Бөтә яңылыҡтар

Ут күршеләрҙә ҡунаҡта

.

Ут күршеләрҙә ҡунаҡта
Ут күршеләрҙә ҡунаҡта

2024 йыл – Ғаилә йылына һәм 8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған шәп сара үтте күршеләрҙә. Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ ҡасабаһында мәҙәни үҫеш үҙәге асылды.

– Һарыҡташ ерлегендә йәшәгән һәр милләт үҙ тормош-көнкүрешен сағылдырған ихатаны күрһәтте. Беҙҙең райондан Иҙел Ниғмәтуллин уҡ атыу оҫталығына өйрәтте.  Гөлфирә Хәмиҙуллина милли һәм стилләштерелгән ҡатын-ҡыҙ кейемдәре, биҙәүестәр алып барҙы. Илзирә Йылҡыбаева буҙа эшләү серҙәренә төшөндөрҙө. Йәйҙең башынан был икенсе сара инде. Тәүгеһе, 12 июнь – Рәсәй көнөнә арналған сара ине, Ырымбур ҡалаһында үтте. Ейәнсуранан шулай уҡ делегация менән барҙыҡ. Бында иң яҡшы этноколлективтар концерты булды. Милли күргәҙмәләр, тирмәләр ҡоролдо, милли аш-һыуҙар ҡуйылған өҫтәлдәрҙә һәр халыҡтың ризығын ауыҙ итергә мөмкин ине. Шулай уҡ оҫталар мастер-калстар күрһәттеләр, – тип һөйләй делегация етәксеһе, Ейәнсура район башҡорттары ҡоролтайы башлығы Байрас Ҡансурин.

Күрше өлкәлә йәшәгән милләттәштәр менән хеҙмәттәшлек иткән өсөн Байрас Фәтих улына Рәхмәт хаты тапшырҙылар.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: