Милли кейем – сағыу кейем, үҙенсәлекле биҙәүестәр генә түгел, һәр халыҡтың милли сифатын сағылдырған, оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Башҡорт халҡында милли кейем, биҙәүестәр матурлыҡ маҡсатында, тәнде биҙәү өсөн генә ҡулланылмаған. Улар социаль паспорт булараҡ та хеҙмәт иткән. Һәр төбәктең, кейем-һалымы, биҙәүестәре үҙенә генә хас һыҙаттары менән айырыла. Уларҙы кейгән кешегә ҡарап, ниндәй ырыуҙан булыуын танырға була.
Беҙҙең районда күпселекте тәшкил иткән Үҫәргән ырыуының ҡатын-ҡыҙҙарының да үҙенә генә хас биҙәүестәре булған. Уларҙы өйрәнеү, тергеҙеү – беҙҙең бурыс. Ә өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр бар. Мәҫәлән, бер-нисә йыл рәттән район мәҙәниәт йортонда «Милли биҙәүестәр» ижади студияһы эшләп килә. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Йырау» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гөлсиә Татлыбаева үҙенең белгәндәре менән ихлас бүлешә. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы, уны йәш быуынға өйрәтеүсе булараҡ, Гөлсиә Сафиулла ҡыҙы өсөн милли кейем ҙур әһәмиәткә эйә.
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме уларҙың кәүҙә матурлығын, биле нескәлеген күрһәтә бит ул. Шуға ла камзулдарҙы тоҡ һымаҡ итеп кейеп алһалар, йәнем көйә, – ти ул һәм һаҡал, ҡашмау кеүек биҙәүестәрҙе лә төрлө төҫтәгеһен ҡулланмаҫҡа саҡыра.
Ысынлап, хәҙер бит ҡараһаң һаҡалдарҙың ағын да, күген дә, йәшелен дә тағалар. Баҡһаң, был дөрөҫ түгел икән. Шуға ла оҫтабикә милли асылыбыҙҙың береһе булған биҙәүестәрҙе ҡулланыр алдынан уға ҡағылышлы мәғлүмәтте өйрәнеү мөһим, тип иҫәпләй. Мәҫәлән, беҙҙең халыҡ ҡыҙыл, йәшел, ҡара төҫтәргә өҫтөнлөк биргән. Шуға ла һаҡал һәм ҡашмау – ҡыҙыл булырға тейеш. Ә аҡ төҫтәгеләре стилләштерелгән булараҡ, тик йәш кәләшкә генә урынлы. Алмиҙеү иһә ҡыҙыл йәки ҡара булған.
Гөлсиә Сафиулла ҡыҙы үҙе бынан 10 йыл элек Сибай ҡалаһындағы фольклорсы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинанан оҫталыҡ дәресе алған. Беҙҙең ырыу ҡатындары таҡҡанын һаҡалды иһә милли кейемдәрҙе тергеҙеүсе Гөлнара Вәхитованан өйрәнә.
Әле Гөлсиә Сафиулла ҡыҙы үҙе 15 һаҡал, ун ҡашмау эшләгән. Ә брошка, маңлайса кеүек стилләштерелгән биҙәүестәрҙең иҫәбе-хисабы юҡ! Оҫтабикә быны халыҡтың милли кейемгә ҡыҙыҡһыныуы артыуы, биҙәүестәрҙең көндәлек тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инеүе менән аңлата. Был йәһәттән, әлбиттә, милли кейем көнө кеүек даталар ҙур роль уйнай.
- Беҙҙең биҙәүестәр бигерәк матур. Башҡа халыҡтың да күҙе ҡыҙырлыҡ, – тип Гөлсиә апай Мәскәү һабантуйындағы ваҡиғаларға туҡталды. – Бер ҡатын күргәҙмәләге ҡашмау менән һаҡалды кейеп фотоға төшөргә рөхсәт һораны. Ире менән ситкәрәк китеп фотосессия эшләнеләр ҙә, кире килеп был биҙәүестәрҙең икеһен дә һатып алдылар. Әйткәндәй, беҙ халыҡ уйындарында еңеүселәргә лә бүләккә брошка кеүек стилләштерелгән биҙәүестәр бирҙек. Уны алғандарҙың ҡыуаныуын күрһәгеҙ! Бәлки шуға ла беҙҙең майҙансыҡтарҙа һәр уйынға сират теҙелгәндер ҙә...
Ә шулай ҙа оҫтабикә милләттәштәрҙең, бигерәк тә тә йәштәрҙең мәҙәни мираҫҡа ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә ҡыуана.
- Милли биҙәүестәргә битараф булғандар юҡ. Хәҙер бейемдәрҙең йәш килененә үҙ ҡулдары менән эшләп һаҡал бүләк итеүе – берҙән, йолаларҙы дауам итеү, икенсенән, бейемдең һәр мәрйенде теҙгәндә теләнгән изге теләктәре йәш ғаиләнең ныҡлы булыуына нигеҙҙер, тип уйлайым.
Гөлсиә Сафиулла ҡыҙы шәл бәйләү оҫталығы быуындан быуынға күсә килгән һымаҡ, һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы биҙәүестәрҙе эшләй белергә тейеш тип иҫәпләй.
- Борон ҡыҙ балаға 7 йәш тулһа, әсәйҙәр биҙәүестәр әҙерләй башлаған. Ауыр, юҡсыллыҡ заманында ла был йоланан тайпылмағандар. Туғандар, әхирәттәр барыһы ла ярҙам иткән: кем – тәңкә, кемеһе матур төймә биргән, тигәндәй. Уларҙы боронғо өлгөләрҙә күрәбеҙ. Тимәк, был эш туғандарҙы берләштергән. Ә хәҙер биҙәүес өсөн нимә кәрәк – бөтәһе лә бар! Теләк кенә булһын!
Ә теләүселәр бихисап икән. Ауыл мәҙәниәт йорттарында оҫталыҡ дәрестәре даими ойошторола. Гөлсиә Сафиулла ҡыҙы саҡырыу буйынса Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында ла булған. Ырымбурҙағы милләттәштәр ҙә күптән көтә икән. Ә район мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Милли биҙәүестәр” студияһы һәр кем өсөн асыҡ.