Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
10 Октябрь , 11:46

Яҙмышҡа яҙған өлөш

Ғәҙәттә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен сәхнәләге сығыштары менән баһаларға күнегелгән. Бөгөнгө мәҡәләм геройы – Гөлсирә Ҡолғаринаның да сәхнәләге образдары етәрлек. Мостай Кәримдең “Айгөл иле”ндә – Миләүшә, Хәбибулла Ибаһимовтың «Башмағым» да – Маһруй, Закир Исхаковтың «Ауылым күренештәре» дә күрше ҡатынды ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, образдарҙың башҡалар уйнауында күҙәтелмәгән яҡтарын асып, яңы биҙәктәр өҫтәне. Шулай уҡ байтаҡ юмористик миниатюрала һәм инсценировкаларҙа төрлө характерлы образдарҙы халыҡ алдына сығара килә.

Яҙмышҡа яҙған өлөш
Яҙмышҡа яҙған өлөш

Әммә район мәҙәниәт йортон – методик ойоштороу бүлегенән, ә бүлекте Гөлсирә Шафиҡ ҡыҙынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Бүлек мөдире булараҡ, ул райондағы һәр мәҙәниәт йортоноң тын алышын, хеҙмәткәрҙәрҙең ниндәй уй-теләктәр менән эшләүен аңлап-белеп тора. Һәр ауылдың үҙешмәкәрҙә ҡатнашыусы таланттары һәм ижади коллективтары менән яҡындан таныш. Уларҙың хеҙмәттәре менән ҡыҙыҡһынып, яңы уңыштарға юл күрһәтә, яулаған үрҙәренә һөйөнөп, киләсәктә тағы ла яңы үрҙәргә көс һәм дәрт өләшә.

Ә ни өсөн ул был һөнәрҙе һайлаған, тип уйлайһығыҙҙыр, бәлки. Атаһы менән әсәһе лә ун балалы ғаиләлә иң кесеһе – Гөлсирәнең апайҙары кеүек үк уҡытыусы һөнәрен һайлауын теләй. Ләкин йырға, бейеүгә маһир, тарихты, әҙәбиәтте һөйгән ҡыҙ баланы хыялдары мәҙәниәткә юлландыра. Сирғол урта мәктәбен һәйбәт билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙ, күп уйлап тормай, бары тик мәҙәниәт техникумына уҡырға кереү теләге менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына юл тота.

Диплом алғас, йәш белгес 1994 йылда тыуған ауылы Ибрайға ҡайта һәм мәҙәни ойоштороусы булып эш башлай. Күп тә үтмәй, уның, эшкә етди ҡарап, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарыуын күреп, мәҙәниәт йорто директоры итеп күсерәләр. Һынатмай Гөлсирә, тарихи ваҡиғаларға, күренекле яҡташтарының ижадына арналған кисә-концерттар, уйындар-осрашыуҙар үткәрә. Йәштәрҙән торған концерт бригадаһы төҙөп, балалар һәм өлкәндәр өсөн драма, йыр түңәрәктәре ойоштороп, ауыл халҡын клубҡа ылыҡтыра. Төрлө смотр-конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алыуға ла өлгәшә үҙешмәкәр коллективтар.

Ә 1997 йылда, ул ваҡыттағы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Салауат Мирзаян улы Закиров, был ҡыҙҙа юғары ижади потенциал тойомлап, район мәҙәниәт йортоноң “Үҫәргән” халыҡ театры етәксеһе итеп саҡыра һәм яңылышмай ҙа. Театрҙа эшләгән осорҙа Гөлсирә Шафиҡ ҡыҙы Хәбибулла Ибаһимовтың “Башмағым”, Закир Исхаҡовтың “Ауылым күренештәре” пьесалары буйынса спектаклдәр ҡуя. “Аҡ ҡайындар зәңгәрләнде, кистәр булғандыр инде”, “Тыуған ерем – Ейәнсура”, “Тишек менән Йыртыҡ беҙҙә ҡунаҡта”, “Алтын асҡыс” һәм башҡа бик күп кенә театрлаштырылған концерт программалары өҫтөндә эшләп сығара. Улар тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә.

Район мәҙәниәт бүлеге етәкселеге, Гөлсирә Шафиҡ ҡыҙының ҙурыраҡ коллектив менән етәкселек итә алырлыҡ юғары квалификациялы белгес булып үҫешкәнен баһалап, методик ойоштороу бүлеге мөдире итеп күсерә. Был ышаныс лайыҡлы аҡлана – хеҙмәт юлы дауамында район мәҙәниәтен күтәреүҙә байтаҡ ҡына эштәр эшләнә. Райондың ижади коллективтарының “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәрен яҡлау, дебет шәл студияһын асыу, патент юллау, төрлө конкурстарға әҙерләү һәм әүҙем ҡатнашыу.

Мәҙәниәт өлкәһендәге төрлө проекттарҙа ҡатнашып субсидиялар алыу, матди базаны нығытыу, ижади проекттар буйынса гранттар яулау – Гөлсирә Шафик ҡыҙы етәкләгән бүлек методистары булышлығында эшләнгән. Республика кимәлендә лә Ейәнсура район мәҙәниәт йортоноң методик бүлеге – иң алдынғыларҙың береһе. Ә Гөлсирә Шафиҡ ҡыҙы 2010 йылда районда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ була. Уңышлы һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте республиканың мәҙәниәт министрлығы һәм халыҡ ижады үҙәге почет грамотаһы һәм рәхмәт хаты менән билдәләнгән.

– Был күрһәткестәр күңел өсөн, әлбиттә. Ләкин кеше өсөн иң мөһиме тормошта үҙ урыныңды табып, яратҡан эшеңдә ҡайнап эшләү, ғаилә ҡороп туғандар менән бергә булыу, – ти Гөлсирә Шафиҡ ҡыҙы.

30 йыл ғүмерен мәҙәниәткә бағышлаған Гөлсирә Ҡолғарина эштә талапсан, ғәҙел етәксе булһа, өйҙә яғымлы һәм хәстәрлекле әсәй, һылыу, апай, инәй. Игеҙәктәре – улы Илшат һәм ҡыҙы Гөлшат икеһе лә юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләп йөрөй. Ә бәләкәстәре Таңсулпан менән Нәркәс 2-се мәктәптә, шулай уҡ сәнғәт мәктәбендә лә белем ала. Гөлсирә Шафиҡ ҡыҙына алдағы йылдарҙа ла хеҙмәтенән йәм табып, илһамланып эшләргә, яңы ижади үрҙәр яуларға яҙһын!

Камила Ниязғолова.

Автор:
Читайте нас: