Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
24 Октябрь 2024, 11:23

Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә – 60 йыл

Юбилей саралары алдынан район, республика мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән был белем усағын етәкләгән Гөлфиә Хәлил ҡыҙы Вәлитова менән әңгәмәләштек. – Гөлфиә Хәлил ҡыҙы, әңгәмәне күп сәнғәт әһелдәренә ижади башланғыс биргән белем усағының барлыҡҡа килеү тарихы менән танышыуҙан башлайыҡ. – Бөгөн Сөләймән Абдуллин исемен йөрөткән сәнғәт мәктәбе 1964 йылда музыка мәктәбе булараҡ асыла. Уға нигеҙ һалыусы һәм беренсе директоры Иншар Солтанбаев була. Бер ҡатлы ағас бинала урынлашҡан мәктәп утын яғып йылытыла. Беренселәрҙән булып баян һәм фортепьяно кластары асыла. Тулы интервью менән сайтта танышырһығыҙ👇🏻

Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә – 60 йыл
Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә – 60 йыл

Юбилей саралары алдынан район, республика мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән был белем усағын етәкләгән Гөлфиә Хәлил ҡыҙы Вәлитова менән әңгәмәләштек.

– Гөлфиә Хәлил ҡыҙы, әңгәмәне күп сәнғәт әһелдәренә ижади башланғыс биргән белем усағының барлыҡҡа килеү тарихы менән танышыуҙан башлайыҡ.

– Бөгөн Сөләймән Абдуллин исемен йөрөткән сәнғәт мәктәбе 1964 йылда музыка мәктәбе булараҡ асыла. Уға нигеҙ һалыусы һәм беренсе директоры Иншар Солтанбаев була. Бер ҡатлы ағас бинала урынлашҡан мәктәп утын яғып йылытыла. Беренселәрҙән булып баян һәм фортепьяно кластары асыла. Уларҙа Ғаяз Нурвил улы Ҡунаҡҡужин һәм Роля Хәмит ҡыҙы Ишмырҙина уҡыта. Йылдан йыл яңы кластар асыла, йәш белгестәр эшкә килә.  Ә 1969 йылда ул үҙенең тәүге ҡарлуғастарын сығара. Музыка мәктәбе 1997 йылдан сәнғәт мәктәбе тип йөрөтөлә башлай, ә 1999 йылдың 11 ноябрендә уға яҡташыбыҙ, БАССР-ҙың атҡаҙанған йырсыһы Сөләймән Абдуллиндың исеме бирелә.

– 60 йыл эсендә музыкаль белем алған ҡыҙҙар-малайҙарҙың, әлбиттә, һәр ҡайһыһы музыкант булып китмәгән. Әммә ижад юлына башланғыс нигеҙ ошо мәктәптә һалынған билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре лә бихисап.

– Эйе, беҙҙең сығарылыусылар төрлө өлкәләрҙә уҡый һәм эшләй. Ә шулай ҙа беҙ сәнғәт юлынан китеп, ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларыбыҙ менән айырыуса ғорурланабыҙ. Мәҫәлән, билдәле ҡурайсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Артур Ғайсаров. Ул – Х. Әхмәтов исемендәге дәүләт филармонияһы солисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының милли ҡоралдар кафедраһы доценты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ. Байрас Күсәрбаев әле Ҡазандағы Ғ.Туҡай исемендәге татар дәүләт филармонияһында эшләй, дәүләт фольклор музыкаһы ансамбле артисы. Артур Сиражетдинов менән Марат Вәлиев Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, шунда уҡ сәнғәт академияһында уҡынылар. Әле дәүләт академия симфония оркестрында эшләйҙәр. Илдар Ваһапов –Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы. Бер туған  Рәмилә һәм Фидан Дәминевтар ҙа (Фәниә Фәсхетдин ҡыҙының балалары) ғүмерен бейеүгә бағышланы. Рәмилә Дәминева– Ғайсина – Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, ә Фидан – Екатеринбург дәүләт академия опера һәм балет театры солисы.  Динар Тоҡомбәтов (Гүзәл Таһир ҡыҙының улы), Өфө фән һәм технологиялар университетының-та 4-се курсында уҡый, университеттың “Айтуған” халыҡ бейеү ансамбле солисы.

– Әлегә сәнғәт мәктәбендә күпме бала шөғөлләнә?

– Быйылғы уҡыу йылында баян, фортепьяно, ҡурай, думбыра, рәсем, бейеү һәм эстетика кластарында 395 бала шөғөлләнә.

– Уңыштарығыҙ күп. Һәр ҡайһыһын һанап китеү мөмкин түгел. Әйҙәгеҙ, һуңғыларына ғына туҡталайыҡ.

– Уҡыусылары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа даими ҡатнашып, призлы урындар менән һөйөндөрөп тора. Былтыр йәй Өфөлә уҙған “Афарин” республика конкурсында Фәниә Дәминева һәм Гүзәл Тоҡомбәтова  етәкләгән “Йәйғор” бейеү ансамбле 1-се дәрәжә лауреат булды. Быйыл иһә“Ҡышҡы фантазия” төбәк конкурсында Илһам Хәсәновтың ҡурайсылар ансамбле 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Күмертау ҡалаһында уҙған “Алтын сапсан” Бөтә Рәсәй конкурсында Айҙар Әминев, Айрат Хөсәйенов (баян, Ләйсән Демидова) һәм  Алтынай Күсәрбаева (думбыра, Илгиз Ваһапов), Ангелина Корягина (сигеү, Анастасия Шестапалова) 2-се дәрәжә лауреаты булдылар. Һынлы сәнғәт класы Тюлькин исемендәге халыҡ-ара конкурста иң яҡшы эш тип табылды.

– Уҡыусылар яулаған уңыштар – уҡытыусыларҙың тынғыһыҙ хеҙмәтенең емеше. Әйҙәгеҙ, педагогтар коллективы менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

– Балалар теләп һәм күпләп шөғөлләнгән хореография сәнғәте йүнәлешендә бейеү серҙәренә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре Фәниә Фәсхетдин ҡыҙы Дәминева менән Гүзәл Таһир ҡыҙы Тоҡомбәтова, шулай уҡ Анна Александровна Короткова, Гөлфиә Хәйҙәр ҡыҙы Искәнйәрова төшөндөрә. Думбыра һәм гитара класында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илгиз Вәли улы Ваһапов уҡыта. Һынлы сәнғәт класында Гөлфиә Рәмил ҡыҙы Янбаева, Анастасия Сергеевна Шестапалова, Камила Руслан ҡыҙы Батталова белем бирә. Илһам Салауат улы Хәсәнов ҡурай класын етәкләй. Ә баян һәм аккордеонда Ләйсән Ғәзинур ҡыҙы Демидова өйрәтә. Андрей Владимирович Устинов һәм Алена Филүз ҡыҙы Квасова һуҡма һәм тынлы ҡоралдарҙан уҡыта. Хор бүлегендә Людмила Геннадиевна Сиражетдинова, фортепиано класында Гөлнур Дариҡ ҡыҙы Хәсәнова, Гөлнара Фәрит ҡыҙы Устинова шөғөлләнә. Ә Наталья Евгеньевна Харитонова һәм Ринат Наил улы Бикташев – концертмейстерҙар.

– Мәктәп буйынса ниндәй проблемалар хәл итеүҙе көтә?

– Беҙҙең мәктәптең матди-техник базаһы яҡшы. Юбилейлы 2024 йылда мәҙәниәт министрлығы һәм Ейәнсура район хакимиәте ярҙамы менән ул тағы ла яҡшырҙы. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса беҙ 6,780 млн һумға музыкаь ҡоралдары: “Kawai” рояле, “Рубинштейн” пианиноһы, “Юпитер” баяны һәм аккордеон, ҡыллы-тынлы инструменттар, яҡтыртыу-тауыш ҡорамалдары, мебель, натюрморт фонды, уҡыу-методик һәм күргәҙмә материалдар һатып алдыҡ. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Беҙҙең мәктәпкә йәш кадрҙар кәрәк. Фортепьяно, скрипка, теоретик дисциплиналарҙан уҡытыусылар талап ителә.

– Юбилей сараһы ниндәй формала үтәсәк?

– Беҙ ҡунаҡҡа элекке директорҙарыбыҙҙы, уҡыусыларыбыҙҙы саҡырабыҙ. Ремонттан һуң яңы һулыш алған сәнғәт мәктәбе, ҡорал-ҡорамалдарыбыҙ менән таныштырасаҡбыҙ. Унан  район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ҙур концерт буласаҡ. Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

– Әңгәмә өсөн рәхмәт!

Айгөл Ҡылысбаева әңгәмәләште.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас