Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
1 Ноябрь 2024, 10:00

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: төп һорауҙарға яуаптар

Батыр яңыртылған килеш кире ҡайтыр өсөн пьедесталдан төшә. Һәйкәлде реставрациялау өсөн ниңә урынынан алырға кәрәк булыуы, был процестың күпме ваҡыт аласағы һәм ни өсөн Салауат Юлаевтың үҙ урынына кире ҡайтмауынан ҡурҡмаҫҡа кәрәклеге тураһында ентекләп һөйләйбеҙ.

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: төп һорауҙарға яуаптар
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: төп һорауҙарға яуаптар

Өфөлә хаҡлы рәүештә Башҡортостандың төп символы булып һаналған Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек бара. 1967 йылда скульптор Сосланбек Тавасиев эшләгән был монумент яҡынса 40 тонна ауырлыҡтағы 10 метрлыҡ суйын атлы статуянан ғибәрәт. Реставрация проекты икеләтә тарихи-мәҙәни экспертизаны уңышлы үтте һәм хәҙер Баш дәүләт экспертизаһында баһалана.

Эксперт комиссияһы составына комиссия рәйесе Зайцева Дарья Александровна, яуаплы секретары Быков Александр Михайлович һәм комиссия ағзаһы Хорликов Алексей Петрович инә. Уларҙың барыһы ла мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эштәрҙе үткәреүгә дәүләт экспертизаһын төҙөүҙә ҙур тәжрибәгә эйә.

Һәйкәлде реставрациялау буйынса эштәр 2024 йылдың ноябрендә башланасаҡ һәм Өфө бюджеты иҫәбенә финансланасаҡ: был маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла. Реставрация күпме ваҡыт аласаҡ, экспертиза нимә һөйләй, һәм ни өсөн һәйкәлде ремонтлау өсөн пьедесталдан алырға кәрәк – беҙҙең материалда.

Һәйкәл авария хәлендә тип танылған

2024 йылдың 14 октябрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәрҙе үткәреүгә документацияның дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса акт баҫтырып сығарҙы. Документацияны Ҡазандың «ТСНРУ» АЙ-һы эшләгән, экспертизаны Санкт-Петербургтың «С.п. Бург һәм партнерҙар» ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре үткәргән. Уларҙан күренеүенсә, монумент авария хәлендә һәм ентекле реставрацияға мохтаж. Скульптурала ҡойоу элементтарының бүленеүе һөҙөмтәһендә ярыҡтар һәм металл коррозияһы барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә ярыҡ плитәләр, ярылған фрагменттар, ташалған урындар бар. Ҡурғандың ситтәре аҫҡа төшкән.

Шулай итеп, һыбайлы скульптураһы ғына түгел, ә пьедестал да, йыл һайын йылға яғына шыла барған ҡурған да ремонт талап итә. Ремонтты оҙаҡҡа һуҙыу бөтә һәйкәлдең емерелеү хәүефе менән янай.

Нимә эшләнәсәк

Юғалған элемент — геометрик биҙәкле сүкелгән таҡта формаһындағы күкрәксә тергеҙеләсәк, был һәйкәлгә уның тарихи үҙенсәлеген ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ 2005 йылда йәшел-зәңгәр төҫкә үҙгәртелгән тарихи ҡараһыу-һоро төҫтө ҡайтарыу планлаштырыла. Һәйкәлдең эсендәге авария хәлендә булған металл каркас алмаштырыласаҡ. Постаментты ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер төрлө ҡара шымартылған гранит блоктары менән көпләнәйәсәктәр. Шулай уҡ проект ҡурғандың тәүге формаһын һәм ҙурлығын тергеҙеүҙе һәм уны көсәйтеүҙе күҙ уңында тота.

Алырға ярамай ҡалдырырға

Эксперттар бер тауыштан скульптураны постаменттан алып, махсус әҙерләнгән һәм йыһазландырылған бинала реставрациялау кәрәклеген раҫлай. Был һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле.

–  Һәйкәлдең бер нисә конструктив үҙенсәлеге бар. Тышҡы ҡабығы 60-тан ашыу өлөштән тора. Был тышлыҡ эсендә швеллерҙарҙан һәм ике таврҙан торған таяу каркасы урынлашҡан. Экспертиза һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу кәрәклеген раҫлай, шуға бәйле һәйкәлде һүтеү һәм эске таяу каркасына инеү мөмкинлеге кәрәк. Уны урынынан алмайынса быны эшләү мөмкин түгел, – тип һөйләне Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов. – Скульптура торған пьедесталды ла ремонтларға кәрәк. Бетондың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел.

Һәйкәлдең ауырлығы 40 тоннанан ашыу, һәм уны һүтеп алмайынса ремонтлау хәүефле. Бынан тыш, һәйкәл урынлашҡан ҡурғанды ла тәртипкә килтереү планлаштырыла. Скульптураны һүтеп алмайынса быны эшләп булмай.

Тап ошо сәбәптәр арҡаһында проектлаусы һәйкәлде һүтеү һәм һүтеү эштәрен хәүефһеҙ башҡарыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итте.

– Һүтеп алынғанда скульпторға һәйкәлде реставрациялау эшен тыныс алып барыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Әлеге ваҡытта проект документацияһын әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошманың "Родина-мать зовет!" һәйкәле менән реставрация эше тәжрибәһе бар, тип билдәләне эксперт.

Тап ошондай реставрацияның файҙаһы тураһында бөтә аргументтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан халҡында "Родина-мать зовет!" урынында ремонтланды, ә башҡорт геройын мотлаҡ цехҡа алып барырға кәрәк, тигән һорау тыуа.

– Волгоград скульптураһын ремонтлау башлыса тышҡы өлөшөндә үткәрелде. Бынан тыш, скульптураның хәҙер торған урында уҡ бетондан ҡойолоуы ла һүтеүгә ҡамасауланы. Был айырым осраҡ булды, – тип һөйләй билдәле скульптор, 40-тан ашыу монументаль композиция авторы Салауат Щербаков.

Салауат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала реставрациялау бик күп өҫтөнлөктәргә эйә, тип иҫәпләй әңгәмәсебеҙ.

– Цехта һәйкәлде асырға, яҡтыртырға, йылытырға, каркасты ҡарарға, алмаштырырға, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарырға мөмкин. Тимәк, оҫтаханала ул бөтә художество үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тулыһынса тергеҙелә ала. Тышта иһә һауа шарттары ла, башҡа уңайһыҙлыҡтар ҙа йоғонто яһай. Өҫтәүенә постаментты һәм ҡурғанды ремонтлау кәрәклеге мәсьәләһе лә киҫкен тора, – тип һөйләне ул.

Һәйкәлдәрҙе һүтеү киң таралған практика

Күп кенә билдәле архитектура объекттары реставрация ваҡытында һүтеп алына. Сағыуы миҫалдарҙың береһе – билдәле "Эшсе һәм колхозсы" скульптураһын реставрациялау. 2004 йылдың октябрендә һәйкәлде ашығыс рәүештә ремонтҡа алып китәләр ул ярым емерелгән металл өйөмөнән ғибәрәт була. Тутыҡ шул тиклем үтеп ингән була, скульптураны 40 өлөшкә бүлеп, һәр береһен айырым тергеҙепргә тура килә. Реставрациянан һуң Мәскәүҙең төп символдарының береһе яңы постаментҡа ҡуйыла.

Ҡыҙыл майҙанда урынлашҡан Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский һәйкәле лә ошоға оҡшаш яңыртыу юлы үтә. Боронғо скульптура халыҡ иғәнәләре иҫәбен эшләнгән, уның өҫтөндә эш хатта 1812 йВатан һуғышы ваҡытында ла дауам итә.

Ошо уҡ ысул менән 2020 йылда Мәскәүҙә маршал Жуков һәйкәле реставрациялана. Бындай миҫалдарҙы илебеҙҙең башҡа ҡалаларында һәм сит илдәрҙә лә табырға мөмкин. Мәҫәлән, 2017 йылда Лондондағы күберәк Биг Бен тигән исем аҫтында билдәле Елизавета башняһын һүтеү юлы менән реставрациялау башланды. Ремонт эштәре биш йыл дауам итте.

Салауат Юлаев һәйкәлен «ҡайтарырға онотоу» мөмкин түгел

Һәйкәлде алып ташлайҙар һәм кире ҡайтармайҙар, тигән имеш-мимештәрҙең бер ниндәй ҙә нигеҙе юҡ. Был хаҡта борсолорға кәрәкмәй. Монументты тергеҙеү буйынса эштәр Өфөлә башҡарыласаҡ. Баш ҡалала бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар.

Монументты “онотоу” мөмкин түгел.  Салауат Юлаев һәйкәле – республиканың айырылғыһыҙ символы. Күп кенә рәсәйҙәр өсөн Башҡортостан ошо һәйкәл һәм Салауат Юлаев исеме менән бәйле.

Уның образы Башҡортостан халҡының тормошоноң бөтә өлкәләренә тығыҙ бәйләнгән. Уның хөрмәтенә күп һанлы архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, район, ҡала аталған. Украинала, Эстонияла, Ҡаҙағстанда уның исемендәге урамдар бар. Батырҙың исемен бөтә илгә билдәле хоккей клубы данлай, дәүләт ордендары һәм премиялары булдырылған.

Республикала Йыл һайын Салауат Юлаев Көндәре билдәләнә, уның сиктәрендә Салауат йыйыны республика фольклор байрамы үткәрелә. 2024 йылдың йәйендә батырҙың тыуған ерендә – Салауат районында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы асылды.

Башҡортостан халҡы өсөн батырҙың образы һәм иҫтәлеге генә мөһим роль уйнамай. Республиканың рәсми гербында ла ҡалҡан ҡояш фонында Салауат Юлаев һәйкәле төшөрөлгән. Был символдар һәм объекттар Салауат Юлаевтың Башҡортостан өсөн әһәмиәте хаҡында даими иҫкә төшөрөп тора.

Хатта беҙҙең заман геройҙары ла Салауат Юлаев менән тығыҙ бәйләнгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар яҡташтарыбыҙ, милли гвардия ғәскәрҙәре составында Салауат Юлаев исемендәге ике башҡорт батальонында хеҙмәт итә. Батальондарҙың яугирҙәре Донбаста һәм Курск өлкәһендә хәрби бурыстарын батырлыҡ менән үтәй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт халыҡ геройы Александр Невский, Кузьма Минин, Дмитрий Пожарский, Александр Суворов һәм Михаил Кутузов менән бер рәттән геройҙар пантеонына инә. 1941 йылда совет экрандарына Рәсәй кинематографының башланғысында торған Яков Протазанов төшөргән «Салауат Юлаев» фильмы сыға.

Башҡортостандың милли геройы образы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә әүҙем ҡулланыла.  1943-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл армияла башҡорт халҡының милли геройы исеме менән бәйле рәсми атама йөрөткән ике хәрби часть – бронепоезд һәм артиллерия полкы була. Рәсәй геройы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов шәхси состав алдындағы телмәрҙәрендә бер нисә тапҡыр "Салауат вариҫтары сигенеүҙе белмәй" тигән фразаны ҡуллана.

Һәйкәлдәрҙе реставрациялауҙы милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлекте һаҡлауға булышлыҡ иткән киләсәккә инвестиция менән сағыштырырға мөмкин. Ул монументҡа уның тәүге ҡиәфәтен һәм тарихи статусын ҡайтарырға мөмкинлек бирә, уның республика символы ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Фекерҙәр

Рита Өмөтбаева, тележурналист:

- Әлеге ваҡытта Сосланбәк Тавасиевтың уникаль ижадының аяныслы хәлдә булыуын һәм һәйкәлде реставрациялау бөгөн кәрәклеген оноторға тейеш түгелбеҙ, сөнки ваҡыт уны аямаған. Реставрацияланған Салауат Юлаев һәйкәле киләсәктә лә Башҡортостандың баш ҡалаһын һәм бөтә республиканы лайыҡлы биҙәйәсәк, тип ышанам.

Миҙхәт Аҫылбаев, район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, район хакимиәтенең йәмәғәт советы рәйесе, райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе:

- Салауат Юлаев – беҙҙең өсөн милли батырыбыҙ ғына түгел, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн өлгө лә. Балалара уның хаҡында һөйләйбеҙ, һәйкәленә алып барабыҙ. Әлбиттә, ул һуңғы йылдарҙа реставрациялауҙы талап итә. Бының шулай икәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Бөгөнгө технологиялар, техник мөмкинлектәр менән ул яңырытылыр һәм киләсәктә тағы ла милләттәштәрҙең ғорурлыҡ өлгөһө булып торор, тип өмөтләнәм.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас