Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
5 Ноябрь 2024, 15:14

Илаһи ҡурай моңо арбаны күңелдәрҙе

Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ғайсаровтың концерты үтте

Илаһи ҡурай моңо арбаны күңелдәрҙе
Илаһи ҡурай моңо арбаны күңелдәрҙе

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ғайсаров республикала ғына түгел, Рәсәйҙә киң танылған музыкант, мультиинструменталист. Уның ҡурай, ҡумыҙ моңон, борондан килгән ҡатмарлы өзләү алымдарын бик яратып ҡабул итә тамашасы. Артур традицион башҡорт музыка ҡоралдары – ҡурай һәм ҡумыҙ өсөн бихисап композициялар, импровизациялар ижад иткән талантлы композитор, импровизатор.

31 октябрҙә филармония сәхнәһендә Артур Борхан улының Башҡортостандың визит карточкаһы булған милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән берлектә үткән «Илаһи ҡурай» исемле бай эстәлекле концерт программаһы алда әйтелгән һүҙҙәрҙе тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Моң байрамын ул Урал тауҙарында үҫкән ете тажлы үләндән ҡурай эшләп, башҡорт халҡының гимны «Урал»ды уйнап башланы. Үҙе ижад иткән «Ҡаҫмарт буйы» импровизацияһы, бихисап халыҡ йырҙары, виртуоз башҡарылған композитор әҫәрҙәре күңелдәрҙе арбаны, хисләндерҙе. Артур Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисткаһы, думбырасы Гүзәл Үмәрғәлина менән Мифтахетдин Аҡмулланың ҡобайырын йырлап, оҫта ҡобайырсы булараҡ та асылды.

Артур Ғайсаров Башҡортостан Республикаһының милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының (художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов) алтын фондына ингән халыҡ йырҙары, көйҙәре менән бер рәттән танылған композиторҙар Нур Даутов, Ләйлә Исмәғилева, Морат Әхмәтов, Урал Иҙелбаев, Ринат Камалов, Шәүрә Сәғитова, Айһылыу Сәлмәнова, Урал Мөхәмәтйәров, Ильяс Камал һәм Марат Фәйзуллиндың төрлө жанрҙағы музыкаль әҫәрҙәрҙен ҡурайҙа, ҡумыҙҙа юғары профессиональ кимәлдә уйнап, киң даирәле, күп яҡлы һәләткә эйә икәнлеген раҫланы.

Концертта ҡурайсының ижадташ дуҫтары: Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гүзәл Үмәрғәлина, Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендәге Башҡортостандың дДәүләт ҡурайсылар ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айрат Ҡарасов етәкләгән милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының ҡурайсылар ансамбле ҡатнашты.

Йәмле Ҡаҫмарт буйҙарының йәшел хәтфә болондарында бала саҡтан ҡурай уйнап үҫкән Артур бөтә ғүмерен ҡурай сәнғәтенә бағышланы. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы-педагог Артур Борхан улы Ғайсаров талантлы ижадсы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ оло ихтирам һәм хөрмәт яулаған шәхес. Быны Ейәнсура район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, тамашаның хужаһы Артур Ғайсаровты ҡотлап әйткән һүҙҙәрендә лә билдәләне.

– Бөгөн беҙ – ейәнсуралар ҙур ғорурлыҡ хистәре кисерәбеҙ. Артур Борхан улы, һеҙ данлы яҡташтарыбыҙ Мәғфирә Ғәлиева, Абдулла Солтанов, ҡурай уҡытыусыһы Нәжметдин Хәсәновтарҙың эшен лайыҡлы дауам итеүсе икәнлегегеҙҙе йәнә иҫбатланығыҙ. Районда эшләгән осорҙа бик күп балаларға, үҫмерҙәргә ҡурайға оло һөйөү тәрбиәләп, уйнарға өйрәттегеҙ. Үҫәргән ерен данлап баш ҡалабыҙҙа ижад иткән талантлы яҡташыбыҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ! – тине Дәмин Марат улы.

Ижад кисәһенең уңышында, Артур Ғайсаровтың быға тиклем тамашасы белмәгән һәләттәрен асыуҙа концерттың режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарованың өлөшө ҙур. Программаның оҫта итеп төҙөлөүе, кисәнең бер тында үтеүе ул етәкләгән ижад төркөмөнөң берҙәм эшләүенән килә лә инде.

Ҡурай моңон тормошоноң асылы, мәғәнәһе, йәме иткән Артур Ғайсаровтың күп яҡлы ижады, эшмәкәрлеге һоҡландыра, хайран ҡалдыра. Сит төбәктәрҙә лә уның сығыштарын тамашасылар алҡыштарға күмә. Бына инде өсөнсө йыл рәттән Артур Борхан улы Башҡортостан этнобренды – милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән Рәсәй мәҙәниәт министрлығының «Беҙ – Рәсәй» Федераль программаһы сиктәрендә илебеҙ төбәктәрендә гастролдәрҙә йөрөй. Быйыл улар Урал һәм Волга буйының 11 ҡалаһы тамашасылары менән осраша. Ижади сәфәрҙәр Яр-Саллы, Йошкар-Ола, Ҡурған, Түбәнге Тагил ҡалаларында үтте лә инде. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа оркестрҙы, уның солистарын ихлас, йылы ҡаршы алалар, алҡышлап оҙаталар.

Ошо оҙайлы гастролдәр араһында ойошторолған, илаһи ҡурайҙы данлаған, тәрән рухлы, халыҡсан ижад кисәһе тамашасылар күңеленә хуш килде, яҡты, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Әлфиә Ғимаҙиева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союздары ағзаһы.

Өфө ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас