Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
25 Ноябрь , 15:46

Оҫта гармунсы ине...

Бөгөн - Гармунсылар көнө

Оҫта гармунсы ине...
Оҫта гармунсы ине...

“Таңдарҙа гармун уйнаның,

Тирә-яҡ тынып ҡалды.

Гармун моңона тирбәлеп,

Гөлдәрҙән ысыҡ тамды…”

Һуңғы ваҡытта хәтирәләргә бирелеп,  әтейле-әнейле мәлдәрҙе һағынып, үҙебеҙҙең ғәмһеҙ баласағыбыҙҙы йыш хәтергә төшөрөр булып киттем. Ә гармунсылар көнөндә - бигерәк тә. Был көн - әтейемдең көнө.

Эйе, минең әтейем гармунсы булды, гармунсы ғына түгел, районыбыҙҙа берҙән-бер аккордеонист. Үкенес, уның моңдарын һағынырға ғына ҡалды... Алты балаһынан беребеҙ ҙә гармунда уйнай белмәһәк тә, әтей-әнейҙән күңелдәребеҙгә моң, уны тойоу, һиҙеү һәләте күскән, рәхмәтлебеҙ. Әтейемдең махсус музыкаль белеме булмаһа ла, радионан яңғыраған йыр-моңдарҙы йөрәге менән тойоп, шул мәлдә үк уйнап та ебәрер ине. Баласағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, өс кенә йәшендә атайһыҙ ҡалған әтейебеҙҙең аһ-зары, етемлек кескәй генә йөрәгенә һыймай, моң булып урғылып сыҡҡандыр тип уйлап ҡуяһың. Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ "Тәфтиләү", "Илсе Ғайса", "Уйыл", "Көйөлдө", "Ҡом бураны" һәм башҡа бихисап халыҡ көйҙәрен илай-илай, профессиональ кимәлдә башҡара ине ул! Ә уға ҡушылып йырлауҙары нисек еңел була торған ине!

        Районыбыҙҙа үткән быуаттың 60-сы йылдарында барлыҡҡа килгән һәм тамашасылар һөйөүен яулаған "Кесе Һүрәм" халыҡ ансамбленең иң актив ағзаларының береһе булды әтейем. Был ансамбль тураһында 1986 йылдарҙа Сәрүәр Сурина апай "Халыҡ ынйылары" исемле тапшырыуҙар циклы сиктәрендә бик матур тапшырыу эшләне, балаларына, киләсәк быуынға халыҡ таланттары тураһында матур бер иҫтәлек, ҡомартҡы булып ҡалды ул яҙма. ТВ фондында һаҡланалыр, моғайын.

Әтейебеҙ әҙ генә һөйләп, йылмайып ҡына уйынлы-ысынлы әйткән һүҙҙәре коллективта йылы мөнәсәбәт булдырып, һөҙөмтәле сығыштарҙың да нигеҙе лә булғандыр. Сөнки ул шундай нескә психолог та, дипломат та булды. Ә мәктәптә эшләгән дәүерендә күпме гармунсылар тәрбиәләне ул! Әле яңыраҡ Бикбау ауыл биләмәһе һәүәҫкәрҙәре менән Өмбәт ауылына концерт менән барғанда, әтейем һәм әнейем тураһында ауылдаштарымдың йылы хәтирәһе күңелемде шул тиклем үҫтерҙе. Миңлебай  ағай Ғафаровҡа айырыуса рәхмәтлемен, әтей-әнейебеҙ тураһында бик йылы хәтирәләре менән бүлеште.

Тағы ла Таһир ағай һөйләгән иҫтәлеккә туҡталғым килә. Дәрестә ике шуҡ уҡыусыһы шаярып, тыңлашмай ултырғандарҙыр инде. Дәрестән һуң башҡа уҡыусыларға баһа ҡуйғас: "Ә һеҙгә икегеҙгә бер дүрт, бүлешеп алығыҙ," - тигән. Был - оло ағайҙарҙың - әтейемдең уҡыусыларының хәтирәһе. Ошо ябай ғына бер миҫалда ниндәй ҙур мәғәнә ята! Күпме нескәлек, тәбиғилек, киң күңеллелек, йомшаҡлыҡ! Ә йомшаҡ күңелле кешенең йөрәгендә яуызлыҡҡа урын юҡ, яуызлыҡ булмаған ерҙә йыр-моңға, матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләр йәшәй. Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ - әтейебеҙ һәм әнейебеҙ - тап шундай изге йәндәр булдылар. Беҙгә, алты балаға, ғүмер бүләк итеп, һәр беребеҙгә белем һәм тәрбиә биргән, күңелдәребеҙгә изгелек, яҡшылыҡ орлоғо сәскән, тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға ярҙам иткән, беҙҙе йырлы-моңло итеп үҫтергән ҡәҙерлеләребеҙҙең – оло йөрәкле Әнейебеҙҙең, бар булмышы менән моңдан яралған Әтейебеҙҙең рухтары шат, йәндәре йәннәт түрҙәрендә булһын!

    Эйе, илаһи гармун моңо үҙенә бойһондороп, сихри донъяға алып керә, тормош ваҡлыҡтарын, көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора... 

    Гармун ябай музыка ҡоралы ғына түгел, ә йәне булған, һинең күңел торошоңдо, уй-кисерештәреңде тойған тоғро дуҫ та...

    Тағы ла гармун моңо ғүмер буйы  халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, иң ауыр саҡтарҙа ла күңелен күтәргән, шатландырған, йыуатҡан...

    Әйҙә, йәшәһен, гармун! Үткәндәрҙе хәтерләтеп, күңелдәрҙе дәртләндереп уйнаһын гармун!

...Һүҙемде гармун моңонан башлағайным. Әнғәм Атнабаев әйткәнсә, "Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле, гармундар кәрәк әле!.."

Был көн әтейемдең көнө булды...

Гүзәл Итбаева.

Бикбау ауылы.

Автор:
Читайте нас: