Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
7 Декабрь 2024, 21:21

Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ

***

«Башкортостан участвует в 14 нацпроектах, в рамках которых мы реализуем наши, региональные проекты. Они касаются самых разных сфер – образования и здравоохранения, культуры и спорта, экологии, создания комфортной среды для жизни, развития предпринимательства и многого другого».
Глава РБ Радий Хабиров.

РФ Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы Указы менән раҫлаған күп һанлы милли проекттарҙың береһе – “Мәҙәниәт”тең ошо даирәләге матур яңылыҡтарға, ҡаҙаныштарға, ижад менән шөғөлләнеүселәр өсөн яңы мөмкинлектәргә сәбәпсе булыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Милли проект республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылып килә, Башҡортостан ил буйынса алдынғылар рәтендә бара. Проекттың булышлығы менән ауыл-ҡалаларҙың мәҙәни тормошо йәнләнгәне, алға китешкәненә миҫал булырлыҡ яңылыҡтар килеп тора.

Һуңғы йылдарҙа Иҫәнғол ауылындағы Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе лә “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Хәҙер бында үҙҙәренең бынамын тигән тамаша залы, балсыҡ менән эшләү оҫтаханаһы барлыҡҡа килде. Оҫтаханаға “гончарный круг”тар, керемика әйберҙәрҙе киптереү өсөн мейес һатып алынған.  

Әлбиттә, балаларға тейешле кимәлдә белем биреүҙә мәктәптең матди-техник базаһының ниндәй кимәлдә булыуы ҙур роль уйнай. С. Абдуллин исемендәге мәктәп был йәһәттән уңды. Милли проект ярҙамында мәктәп өсөн дөйөм сумма 6,7 млн һумға “Kawai” рояле, “Николай Рубинштейн” пианиноһы, “Юпитер” баяны, аккордеон, ҡыллы-тынлы инструменттар, шулай уҡ яҡтыртыу-тауыш ҡорамалдары, мебель, натюрморт фонды, уҡыу-методик һәм күргәҙмә материалдар һатып алынған. Ғөмүмән, махсус белем алған балаларға йәмле, уңайлы мөхиттә ижад менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырылған.

Сәнғәт мәктәбе директоры Гөлфиә Вәлитова әйтеүенсә, бөгөн бында ете йүнәлештә эшләгән кластарҙа 395 ҡыҙ һәм малай белем ала. Өҫтәлмә белем биреү педагогтары ла балалар менән дәрестәрҙе һөҙөмтәлерәк үткәрергә бөтә мөмкинлектәр булғас, дәртләнеп эшләй. Бындай эштең, әлбиттә, һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәҫ: ҡыҙҙар-малайҙар төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә уңыштары менән һөйөндөрөр.

"Беҙ балаларға баян, аккордеон һымаҡ музыка ҡоралдарынан тыш, ике думбыра һәм ике балалайка ла һатып алдыҡ. Сөнки һөнәри белем алыуға әҙерләгәндә оркестр өсөн инструменттарҙың булыуы мөһим. Йәғни, балалар баяндан тыш, ошо һанап үтелгән музыка ҡоралдарында ла уйнап өйрәнергә тейеш. Әйткәндәй, аккордеон беҙҙә бығаса ла бар ине. Ә был алғаныбыҙ – “Юпитер” бик яҡшы инструмент. Балаларға ла оҡшай."
Ләйсән Ғәзинур ҡыҙы Демидова, С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары
Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас