Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
11 Ғинуар , 08:15

Илһамланып йәшәгән...

Иҫ китерлек йырсы, талантлы уҡытыусы, өлгөлө әсә һәм һөйөклө ҡатын – был һүҙҙәр барыһы ла бер кеше хаҡында. Ул да булһа, мәҡәләм геройы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Земфира Әбдрәхимова-Күләева.

Сәнғәт менән илһамланып йәшәгән...
Сәнғәт менән илһамланып йәшәгән...

Был ханым тураһында ишетмәгән, белмәгән кеше әҙҙер беҙҙең районда. Ейәнсурала мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индереүсе ул Земфира Хәким ҡыҙы.

ИЖАДҠА ЮЛ

Земфира Әбдрәхимова 1939 йылдың 18 июлендә Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылында донъяға килә. Бала саҡтан моңға ғашиҡ ҡыҙ йырсы булыу хыялы менән яна.  Сәхнәгәләргә сыҡмаһа ла, ауылдаштары уның һәләтен ишетеп белә. Хатта “Земфира Ҡаҡсарлы күле буйында йырлаһа, бөтә Сафакүл ишетә”, – тип тауышының көслө лә, моңло ла булыуы хаҡында һөйләр булғандар.

Мәктәптән һуң, замандаштары кеүек үк, Земфира Хәким ҡыҙы ла эшсе йәштәр сафын тулыландырып, заводта эш башлай. Новосибирск, Свердловск ҡалаларында эшләгәндә лә йырсы булыу теләге һүрелмәй. Ул эштән буш ваҡытын йырға бағышлай – заводтың хеҙмәт резервы мәктәбенә, йәғни вокал түңәрәгенә йөрөй. Әйткәндәй, тап шунда уға заманында Миләүшә Мортазинаны уҡытҡан көслө педагог менән шөғөлләнеү насип була.

Туғанының һәләтен, өмөт-хыялын белгән бер туған Рабиға апаһы Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, Земфира һылыуын шунда уҡырға саҡыра. Шулай итеп ул был юлы инде ул Миләүшә Мортазинаның үҙенән вокал дәрестәрен ала.

Хор-дирежер бүлеген тамамлаған йәш белгескә билдәле йырсы, композитор Камил Вәлиев: “Бик матур район, унда шул тиклем кешеләр һәйбәт”, – тип эшкә йүнәлтмәне Ейәнсура районына бирә.

Ҡурған ҡыҙын шулай яҙмыш еле Ейәнсураға алып килә. Йәш белгес хеҙмәт юлын Иҫәнғол музыка мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Земфира Хәким ҡыҙы 35 йыл ғүмерен ошо белем усағына арнай, 90-сы йылдарҙа директор була. Бында эшләгән осорҙа фортепиано класы буйынса ғына ла 200-ләгән уҡыусыны сығара, шуларҙың 60-ы үҙенең ғүмерен музыка менән бәйләй.

Уның уҡыусылары ҡайҙа ғына йәшәмәй! Ҡыҙы Гүзәл Сулпан ҡыҙына Рәсәй буйлап йөрөгәндә, хатта поезда китеп барғанда ла әсәһенең уҡыусыларын осората икән. Улар барыһы ла уҡытыусыны йылы ҙүҙҙәр менән телгә ала.

Артабан Земфира Хәким ҡыҙы хеҙмәт юлын район мәҙәниәт йортонда дауам итә, 1966 йылда хор коллективы булдыра.

БАЛАЛАРЫ ЮЛЫН ДАУАМ ИТӘ

Земфира Әбдрәхимова Ейәнсурала ғүмерлек булмышын ғына түгел, ғүмерлек мөхәббәтен дә таба. Тормош иптәше Сулпан Әбдрәхимов менән бер ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бүләк итәләр.

– Атайым менән әсәйемдең мөхәббәте шул тиклем көслө була. Уны аңлар өсөн уларҙың бер-береһенә иғтибарын күреү ҙә етә ине. Мәҫәлән, улар йәшәй башлаған ғына осорҙа район мәҙәниәт йортоно һыуыҡ булған. Әсәйемдең сығышы алдынан атайым уның сәхнәгә сыға торған туфлиһын ҡуйынына тығып йылытып торған. Ауырып китмәһен, тауышы бөтмәһен, тип эшләгән ул уны, – тип иҫләй ҡыҙҙары Гүзәл.

Балаларында бала саҡтан ижадҡа, тыуған ергә һөйөү уяталар, музыка мәктәбендә уҡыталар. Улар икеһе лә Земфира Хәким ҡыҙының юлын дауам итә: улдары Марат Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Мәскәүҙә Рәсәй театр сәнғәте университеты – ГИТИС-та белем ала. Әле Мәскәү мюзиклдар театрында төп актёрҙарҙың береһе. Театрҙа уйнай, йырлай һәм хатта фильмдарға төшә. 2024 йылда сыҡҡан “Золото Умальты”ҙа ла райондашыбыҙҙы күрергә була. 2021 йылда Алтын софит” премияһына лайыҡ булған.

Ҡыҙҙары Гүзәл иһә Өфө сәнғәт институтында ике факультетты тамамлай. Тыуған районда ла бер аҙ эшләй, фольклор йыйып, экспедицияларҙа йыш йөрөй. Унан хеҙмәт юлын үҙе белем алған институтта дауам итеп, уҡыта башлай. Телевидение дирекцияһы эшкә саҡырғас, тәҡдимде ҡабул итә һәм әлеге көндә лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында әүҙем эшләй. Әйткәндәй, Гүзәл Сулпан ҡыҙы  – Башҡортостанда берҙән-бер хәрби корреспондент. Ул 2024 йылда Радий Хәбиров булдырған “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” наградаһына лайыҡ булды.

Әле Земфира Әбдрәхимованың юлын ейәнсәрҙәре лайыҡлы дауам итә. Мараттың ҡыҙы – фортепиано, Ә Гүзәлдең ҡыҙҙары Зәлифә–  думбыра, Зифа скрипка кластарын тамамлаған.

“ҺИҢӘ МОТЛАҠ ЙЫРЛАР КӘРӘК”

Башҡорт сәнғәтендә киң билдәле фольклорсы, төркиәтсе, музыка белгесе Фәрит Ҡамаев – Земфира Хәким ҡыҙының Рабиға апаһының улы. Фәрит Хәснулла улы апаһы янына Ейәнсураға килеп бер аҙ эшләй, башҡорт халыҡ йырҙарын, фольклор йыя. Һәм шул табыштарын Земфира Хәким ҡыҙына тапшыра, уға оҙон көй нисек йырланыуы тураһында һөйләй һәм уны башҡорт халыҡ йырҙарын йырларға әйҙәй: “Һинең тауышың шул тиклем матур, һиңә мотлаҡ оҙон көйҙәр йырларға кәрәк”, – ти туғаны. Шунан ғына Земфира Әбдрәхимова “Хисам”, “Ҡотоҡ”, “Томан”, “Зөлхизә” кеүек халыҡ йырҙарын башҡара башлай.

Земфира Хәким ҡыҙының башҡорт халыҡ ижадына булған һөйөүе эҙһеҙ үтмәй. Музыка мәктәбенән хаҡлы ялға сыҡҡас та, музыкаһыҙ йәшәй алмаған ханым, 2000-се йылдарҙа “Йырау” башҡорт фольклор, “Һомай” ҡатын-ҡыҙҙар вокал һәм “Үҫәргән егеттәре” ир-егеттәр вокал ансамблдәрен булдыра һәм етәкләй.

 Талантлы кеше һәр нимәлә лә талантлы була, тигәндәй, фольклор ансамбле менән эшләй башлағас, Земфира Хәким ҡыҙында таҡмаҡ әйтеү, шиғырҙар яҙыу кеүек һәләттәр асыла. Хатта ансамблдәр өсөн костюмдарҙы ла ул үҙе тегә!

Шуныһы һөйөнөслө, Земфира Әбдрәхимова иҫән сағында, уның “Йырау” һәм “Үҫәргән егетәре” ансамблдәре “халыҡ” исеменә лайыҡ була. Был ансамбдәр бөгөнгө көндә лә тамашасыларҙы үҙҙәренең сағыу сығыштары менән ҡыуандыра.

ӘСӘ ДОҒАҺЫНЫҢ КӨСӨ

Земфира Хәким ҡыҙын белгәндәр асыҡ, изге күңелле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше булараҡ иҫкә ала. Уға хатта өшкөрөргә, доға ҡылырға һорап килеүселәр ҙә була. Һәм был бер ҙә осраҡлы түгел.

2002 йылдың 23 октябрендә Земфира Хәким ҡыҙының ғаиләһе ҡурҡыныс хәбәр ала: чечен боевиктары Дубровкалағы "Норд-Ост" мюзиклы үткән бинаны баҫып ала. Аманатҡа алынған 900-ҙән ашыу кеше араһында ошо мюзиклда уйнаған Марат Әбдрәхимов та була.

Ошо ваҡиға мәлендә Гүзәл Сулпан ҡыҙын телевидениеға тапшырыуға саҡыралар. Унда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да була. Рәсәйҙең юғары мөфтөйө тапшырыуҙан һуң Гүзәлгә ошолай тей: “Аллаһтан һорараға кәрәк, ул ярҙам итә. Әсәйең тәсбих тартып, Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһе Әл-Халиҡты 1500 тапҡыр әйтһен”, – тип кәңәш итә.

Земфира Хәким ҡыҙы бер туған апаһы Әнисә менән шулай эшләй ҙә. Талап ителгән тиклем әйтелеп, тәсбихтың һуңғы төймәләре тартыла... һәм мөғжизә – Марат бер ниндәй эҙемтәләрһеҙ тере ҡала!

Өсөснсө көн дауам иткән тотҡонда арыған Марат ултырғыстар аҫтына ята ла, башын ҡаплап, йоҡлап китә. Тап шул мәлдә аманаттарҙы ҡотҡарыу маҡсаты менән залға газ ебәләр. Газ өҫ яҡты ялмап ала. Аҫта, бите ҡапланып ятҡан Марат хатта ағыуланмай ҙа. Бына шулай әсә доғалары улын үлемдән ҡотҡара.

Бына шундай Ейәнсура районының мәҙәниәтендә ҙур роль уйнаған педагог, уның үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәткәр, иҫ киткес моңло тауышлы йырсы һәм лайыҡлы балалар үҫтергән әсәй ул Земфира Әбдрәхимова. Һәм ул күңелдәрҙә шулай һаҡланыр ҙа.

Наҙгөл ҠАҘАҠБАЕВА.

Әбдрәхимова Земфира Хәким ҡыҙы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең һәм СССР Композиторҙар союзының Почет грамотаһы, Ейәнсура районы хакимиәтенең һәм республика конкурстары һәм фестивалдәренең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.Ул 1984 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була.
Автор:
Читайте нас: