Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
27 Май 2025, 10:15

Китап донъяһына ылыҡтырыусы

Кешенең тәнен табиптар дауалаһа, рухи яҡтан дауалаған һөнәр ҙә бар. Ул – китапханасы. Беҙ меңәр йылдар буйы тупланған кешелек аҡылы баҫылған китаптар ярҙамында күңел тыныслығы, йәшәү дәрте алабыҙ, ауыр сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлын табабыҙ. Бәхетле кешеләр хаҡында уҡып һөйөнәбеҙ, әсе яҙмышлылары менән бергә көйөнәбеҙ, ҡыҙыҡ-мәҙәктәр уҡып көлөшәбеҙ. Ошо ғәжәйеп донъя менән кеше араһындағы күперҙе тап китапханасы һала ла инде. Этҡол ауылы китапханасыһы Гөлфиә Ишмөхәмәтованы был эшкә бында ошоғаса эшләгән Гөлнур Ҡыуатова “ҡоҙалай”. Эшкә урынлаша ла, ситтән тороп Өфөләге китапханасылар техникумында ла уҡып сыға.

Китап донъяһына ылыҡтырыусы
Китап донъяһына ылыҡтырыусы

- Эшкә тиҙ бирелеп киттем, тип әйтә алмайым, “Булдырырмынмы?” тип ҡурҡтым. Хәҙер инде китапханаһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шундай яҡшы, берҙәм коллективта эшләйбеҙ. Элекке етәксебеҙ Нәзирә Фәтхислам ҡыҙы, әле китапханалар селтәре директоры йөгөн тартҡан Әминә Таһир ҡыҙы беҙҙе аңлап, хуплап тора. Методистар, китап бүлеү, маркетинг бүлегендә лә гел ярҙам итәләр. Шуға лә эшләүе лә еңел, – ти Гөлфиә Ғилметдин ҡыҙы. – Китапханаға килгәндә фондта 8600-ҙән ашыу китап, шуның күп өлөшөн нәфис әҙәбиәт тәшкил итә. Ауылыбыҙ артыҡ ҙур булмаһа ла, китап уҡыусылар байтаҡ. Йөрөйҙәр, уҡыйҙар.

Бөгөнгө китапхана китап биреп, ҡабул итеп ултырыу урыны ғына түгел. Китапханасылар ауылдың, райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уларһыҙ бер сара ла үтмәй.

Гөлфиә Ғилметдин ҡыҙы ла төрлө саралар ойоштора, балаларҙы китап донъяһына ылыҡтыра. Тематик кисәләр булһынмы, төрлө викториналар, уйындар тиһеңме, концерттар, мәҙәни сараларға сценарий яҙыумы – барыһы ла ҡулынан килә. Ул башҡа китапханасылар кеүек үк ауылдаштарына китап йөрөтөү эшен алып бара. Яңы баҫмалар, китаптар менән таныштыра. Бынан тыш китапхана эргәһендә “Миләшкәй” клубы ойошторған.

Гөлфиә Ғилметдин ҡыҙы үҙе лә ижад итә, уның шиғырҙары район гәзитендә даими баҫылып тора. “Сылтыр шишмә” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы ла. Әйткәндәй, шиғырҙар яҙыуы осраҡлы түгел. ҡартаһы Абдулла сәсән дә заманында билдәле тел оҫтаһы булған икән. Гөлфиә Ишмөхәмәтованың шиғырҙары башлыса тыуған яҡ, тәбиғәт, мөхәббәт тураһында булһа, аҙаҡҡы ике йылда уларға махсус хәрби операция темаһы ла ҡушылған. Сөнки улы Рим – хәрби. Ул әле илебеҙ тыныслығы хаҡына көрәшә. Әсә күңеле кисерештәрен шиғыр юлдарына һала, тыныслыҡ тиҙерәк урынлашып, бөтә ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын ине, тип теләй.

Әйткәндәй, Гөлфиә Ишмөхәмәтова китапханасы булараҡ район хакимиәтенең, мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Үҙен ижади конкурстарҙа ла һынай. 2024 йылда йәш шағирҙар һәм яҙыусыларҙың  “Ҡауырһын һынауы”, шулай уҡ Рауил Шаммас исемендәге республика конкурстарында өсөнсө урын яулаған.

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас