Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
21 Август 2025, 12:51

Малиновка халҡы шатлыҡ кисерҙе

Бында капиталь ремонттан һуң яңырып, яҡтырып киткән ауыл мәҙәниәт йорто асылды.

Малиновка халҡы шатлыҡ кисерҙе
Малиновка халҡы шатлыҡ кисерҙе

Мәҙәниәт усағы асылыуын малиновкалар дәрт, өмөт менән көтөп алды. Яңы ҡыйыҡ, инеү урыны, заманса тәҙрәләр менән ҡаршылаған бина эстән дә ҙур үҙгәреш кисергән: иҙән-түбә, стеналар, сәхнә яңыртылған. Хәҙер ул эске биҙәлеше, күркәмлеге менән ҙур ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттарынан ҡалышмай. Был ҙур эштәр  муниципаль ҡаҙнанан бүленгән өс миллион һум ярҙамында башҡарылған, ә тамаша залындағы ултырғыстар һәм сәхнә шаршауҙары – Ейәнсура район хакимиәте башлығының бүләге.

Әйткәндәй, малиновкаларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға Дәмин Юланов үҙе лә килеп еткән.

– Отчет йыйылышына килгәндә бында иҙән-стеналарҙың торошон, ҡыйыҡтан һыу ағыуын, һыуыҡ булыуын күреп, ремонт эшләү ниәте тыуҙы. Коллегаларым мине хупланы. Ауыл халҡының йыйылып һөйләшә, проблемаларҙы хәл итә торған берҙән-бер урыны бит ул мәҙәниәт йорто. Подрядсы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы ремонт эшләне. Инде бынан халыҡ өҙөлмәһен, файҙаһын күрерһегеҙ, – тине Дәмин Марат улы ҡотлап. Ул биләмә, район кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, йәш быуында милли рухта тәрбиәләүҙә, район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеген үҫтереүҙә булышлыҡ иткән ағинәй Әлфиә Ҡорбанованы, Әбүләйес биләмәһенең йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рафиҡ Садыҡовты Почет грамота менән билдәләне.

Нурлы мәҙәниәт йортонда ошолай зал тултырып йыйылыу мөмкинлегенән күңелдәре тулып, ихлас рәхмәтен еткерергә теләүселәр булды. Ағинәй Әминә Тоҡомбәтова сығыш яһап, район хакимиәтенә, төҙөүселәргә ауылдаштары исеменән рәхмәт әйтте.

– Бөтөп барған ауылда әбейҙәргә клуб эшләйҙәр, тигәндәрен дә ишетеп ҡалдым. Өлкән булһаҡ та, дәртлебеҙ. Инде ошо матур йортҡа Ғәлимәбеҙ беҙҙе саҡырып, көтөп йөрөмәһен, ә беҙ үҙебеҙ, “әйҙә, сара ойошторайыҡ”, – тип йүгерешеп киләйек, – тип теләне.

Әбүләйес биләмәһе башлығы Хөрмәт Ҡотошов та мәҙәни усаҡты яңыртыуға көс һалған һәр кемгә рәхмәт белдерҙе. Биләмәнең, Иҙәш ауылының һәүәҫкәрҙәре менән район мәҙәниәт йорто артистарының сағыу сығыштары барыһына хуш килде.

Яңыртылған Малиновка мәҙәниәт йорто һәм ошонда урынлашҡан ыҡсым ғына китапхана күңел асыу урыны ғына түгел, халыҡты рухи йәһәттән байытыр, ауыр ваҡыттарҙа кешенең күңелен күтәрер, йәшәргә дәрт бирер урын булһын ине.

Айгөл Ҡылысбаева. Автор фотолары.

Цитата

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

“Хәҙерге заманда тап мәҙәниәт һәм әхлаҡи ҡиммәттәр йәмғиәтебеҙҙең төп нигеҙе булып тора”.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышындағы сығышынан. 30 декабрь, 2022 йыл.

***

2019-2024 йылдарҙа республикала һигеҙ клуб төҙөлгән; 3 мәҙәни-ял итеү учреждениеһына – реконструкция, 51-нә капиталь ремонт эшләнгән; 7 балалар сәнғәт мәктәбе, 5 музей, 4 китапхана, 1 балалар филармонияһына капиталь ремонт һәм реконструкция яһалған; 10 дәүләт  учреждениеһы капиталь ремонт кисергән; Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына төкәтмә төҙөлөп, реконструкцияланған.

 

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас