Бөтә яңылыҡтар

“Йылмайып-көлөп йәшәгеҙ!”

Үрге Мәмбәтша егете Фәнил Ҡарасуринды белмәгәндәр һирәктер. Кемдәрҙер уны Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры булараҡ белһә, күптәр уны Марселька, Суслик Фәнис, Ғабдулла һ.б. итеп таный, йәғни блогер булараҡ белә. Ошо талантлы яҡташыбыҙ менән ижад, театр, тормош тураһында әңгәмәләштек.

“Йылмайып-көлөп йәшәгеҙ!”
“Йылмайып-көлөп йәшәгеҙ!”

– Фәнил Филүс улы, күптәр бала сағында актер булырға хыяллана, ә Һеҙҙә ундай хыял булдымы?

– Бала саҡта хыялдар күп булды инде ул. “Солдаты” сериалын ҡарағандан һуң, офицер булғым килде. Шунан конструктор, архитектор булып төрлө өйҙәр проектлармын, төҙөрмөн тип уйлай торғайным.  Йырсы, актер булыу хыялы ла булды ул. Һылыуҙарым, ҡустыларым менән йыйылышып алабыҙ ҙа, өләсәй, атай-әсәйҙәрҙе теҙеп ултыртып, тетеп улар алдында концерт ҡуя торғайныҡ. Кемебеҙ йырлай, кем бейей, кем шиғыр һөйләй тигәндәй.

– Ата-әсәйегеҙ актер булам тигән ҡарарығыҙҙы нисек ҡабул итте?

– Мин атай менән әсәйемә шул тиклем рәхмәтлемен. Улар минең ҡарарыма ҡаршы төшмәне, киреһенсә, ҡеүәтләп кенә торҙолар. Бала ҡайҙа теләй – шунда уҡырға тейеш, тинеләр. Маҡтанған кеүек булмаһын, мин мәктәпте алтын миҙалға тамамлағайным, БДИ-ның балдары ла һәйбәт ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәйем бер ваҡытта ла артистың аҡсаһы буламы, престижлы һөнәр һайла, тимәне. Ул ваҡытта нефть һәм авиация университеттары шәп һанала ине. Олатай-инәйҙәр әйткәндер, бәлки, һәр хәлдә атай-әсәйҙән ундай һүҙҙәр ишетмәнем.

– Тәүге тапҡыр ҡасан сәхнәгә сыҡтығыҙ? Бала саҡта сығыш яһағанығыҙ булдымы?

– Минең иң уңышлы сығыш яһаған көнөм иҫемдә. 5-се класта Иҫәнғолға Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсына барғайныҡ. Мин “Аттың ниһен маҡтайһың” тигән шиғырҙы ятланым. Мәктәптә һөйләп күрһәткәйнем, бөтәһе лә көлдөләр, алҡышланылар. Шунан районға барып беренсе урын алып ҡайттым. Беренсегә урын яулап автобуста ҡайтып барғанда бик күңелле, рәхәт булғаны иҫтә. Бәлки, мин шунда киләсәктә артист булырға ҡарар иткәнмендер, шундай алҡыштарҙы ҡабат татыр өсөн.

– Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына нисек барып эләктегеҙ?

– Сәнғәт институтының икенсе курсын бөткәндә Сәлимә менән өйләнештек. Мин уҡыуҙы тамамлағанда кәләшемә тағы бер йыл ҡалғайны. Шуға Өфөлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге дәүләт филармонияһына эшкә урынлашып, бер йыл эстрада миниатюралары артисы булып эшләнем. Сәлимә уҡып бөткәс, беҙҙе Стәрлетамаҡҡа саҡырҙылар. Барып ҡарап, коллектив менән танышҡас: “Әйҙә, эшләп ҡарайыҡ”, тинек. Һәм бына Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында хеҙмәт итеүебеҙгә ун йыл да булып килә.

– Иҫегеҙҙә ҡалған ролегеҙ?

– Әһәмиәтле, актер тормошона ҙур үҙгәрештәр индергән ролдәр күп булды. Ләкин, иң тәүгеләренең береһе – “Эдуард Гальперин” тигән пьесала господин Джонсон роле – иң иҫтә ҡалғаны. Институтта ҡуйғайныҡ. Унда мин һәм дуҫым Рафаэль бабай ролен башҡарҙыҡ. Баҡһаң, мин институттан уҡ бабай булып уйнағанмын икән!

Ни өсөн иҫемдә ныҡ ҡалған?! Беренсенән, пьеса шул тиклем матур, актер йәһәтенән уйнарға рәхәт ине. Икенсенән, имтихан ваҡытында, уҡытыусым, профессор Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Таңсулпан Бабичева, башҡа уҡытыусылар, курсташтарым көлә-көлә ҡараны һәм ул эшем юғары баһаланды. Шуға был роль йылы хәтирәләр менән иҫемдә ҡалған.

– Ә театр һеҙҙең өсөн нимә ул?

– Театр минең өсөн кешеләрҙең көс ала торған урыны. Кешеләр ҙә бында килеп, актерҙар менән энергетикаһын алмаша. Актерҙар сәхнәнән энергияһы менән бүлешә, тамашасы уны ҡабул итеп алып, арттырып кире бирә. Актер уны ҡабул итеп алып, тағы ла күберәк итеп кире ҡайтара. Бына шундай ҙур энергия алмашыу бара. Тамашасы, зарядка алған телефон кеүек, яңы көс, яңы уйҙар, яңы энергия менән ҡайтып китә. Актерҙар ҙа спектакль һайын үҙҙәренә яңынан көс ала.

– Һеҙҙе күптәр “Күршеләр” мәҙәктәрендәге Марселька, Мәфтүхә инәй, Күкиш Фәрит, Суслик Фәнис һәм башҡа образдар аша беләләр. Был вайндар төшөрөү идеяһы нисек барлыҡҡа килде?

– Бөтәһе лә бер роликтан башланды. Ул “Өләсәйҙең сәйенә бер минутҡа һуңлаһаң” тип атала ине. Буш ваҡытымда, берәй нимә төшөргәндә ҡыҙыҡ булыр ине, тип уйлап ултырҙым да, өләсәй ролен иҫкә төшөрҙөм. Институт ваҡытынан әбей-бабайҙарым һәйбәт килеп сыға торғайны. Тәк, ниндәй ҡылыҡтар хас әле әбейҙәргә? Улар сәйгә һуңлағанды яратмай, ике тапҡыр саҡырһалар, ҡыҙа башлайҙар бит инде. Шуны арттырып төшөрҙөм ул вайнда. Халыҡ оҡшатыр, таралып китер тип уйламаным да. Подписчиктәр йыйыла башланы бит инде, дауамын һорай башланылар. Шунан икенсе серияһы барлыҡҡа килде. Уныһы ла өләсәй менән бәйле: бер сөскөргәнде ишетһә, өләсәйҙәрҙең дауалай башлауы тураһында. Шулай дауам итеп киттек.

2019 йылда, пандемия ваҡытында, театрҙарҙы япҡас, ауылда булдыҡ. Ваҡыт күп, көн һайын төшөрә башланыҡ. Шул ваҡытта подписчиктәр артып, “Күршеләр” проекты яңы һулыш алды.

– Видеоларҙан күреүебеҙсә, алыҫ булһа ла, ауылға йыш ҡайтаһың. Мәҙәктәрҙе лә башлыса ауылда төшөрәһең, уларҙа кәләшең Сәлимәне лә, туғандарыңды ла күрәбеҙ. Ғаиләң менән таныштырып китһәңсе.

– Беҙ ғаиләлә бишәү үҫтек. Мин иң өлкәне, ике һылыуым, ике ҡустым бар. Атайым Филүс Мостафа улы менән әсәйем Лилиә Сәхипкәрәй ҡыҙы йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Ит, йәй буйына ҡымыҙ һаталар. Кәләшем Сәлимә – Сибай ҡалаһынан, бергә эшләйбеҙ. Ике улыбыҙ бар. Абдулҡадирға – биш, Ғайсарға ике йәш. Улар ҡалалағы башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй.

Эйе, ауылға ҡайтһаҡ, ата-әсәйем, туғандарым беҙгә мәҙәктәр төшөрөргә ярҙам итә. Оператор ҙа булалар, идеялар ҙа бирәләр, реквизиттар, костюмдар менән тәьмин итеүҙә лә булышалар.

Ейәнсураға, ауылға мөмкинлек сығыу менән ҡайтырға тырышабыҙ. Беҙ бында көс алабыҙ. Ярғайыш – тормошомдоң нигеҙҙәренең береһе, ата-әсәйем дә ҡыуанып саҡырып көтөп тора. Абдулҡадир улым ауылда теләп ҡала. Ҡалаға килгәс, бер ай буламы-юҡмы, кире ҡайтам, ти башлай. Күберәк ауылда йөрөй инде.

– Ейәнсуралар һеҙҙе һағынып көтә. Ниндәй спектакль менән килергә йыйынаһығыҙ?

- Әйткәндәй, театрҙа беҙ Ейәнсуранан байтаҡ ҡына ул. Үтәғол ауылынан Нурзил Сәйфетдинов – декорациялар эшләү оҫтаһы, кәләше Дамира – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, ҡуйыусы балетмейстер. Ә Иҙәш ҡыҙы Гөлсөм Ишмөхәмәтова –бутафор-рәссам.

 Әле тыуған районға яратҡан спектаклемде, театрыбыҙҙың иң көлкөлө “Минең ҡатынымдың исемен Морис” тигән саф башҡортса француз комедияһын алып ҡайтабыҙ. Беҙ француз комедияларында үҫтек бит инде, мәҫәлән, Пьер Ришар, Жан Рено, Депардье  фильмдарын яратып ҡараныҡ. Ҡасандыр үҙе ошо спектаклдә Морис ролендә уйнаған Алмас Әмиров француз комедияһын башҡортсаға үҙгәртеп, режиссер булараҡ миңә Морис ролен ҡуйҙы.

– Гәзит уҡыусыларға, тамашасыларға әйтер һүҙегеҙ ҙә барҙыр.

– Яҡташтарыма: “Күршеләр”ҙе ҡарағыҙ!” – тип әйтәм. Һәм 24 мартта район мәҙәниәт йортонда Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ҡуясаҡ “Минең ҡатынымдың исеме Морис” спектаклен ҡарарға саҡырам. Хәҙер шундай осорҙа йәшәйбеҙ, аҡылдан шашмаҫ өсөн иң һәйбәт ысул: юмор менән йәшәү. Көлөп, юмор аша үҙ-үҙеңде һаҡлап ҡалыу иң һәйбәтелер тип уйлайым. Башҡа тышҡы факторҙарға ҡарамайынса, көлөп, йылмайып йәшәгеҙ!

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!  

Фото шәхси архивтан.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас