

Башҡортостан Республикаһының транспорт министрлығы лизингка 120 урта класс автобус алыуға аукцион үткәрҙе.
Автобустар өфө һәм Өфө янындағы иң күп йөрөлгән маршруттарға сығасаҡ. Был транспорт хәрәкәте араһындағы интервалды кәметергә һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын арттырырға булышлыҡ итәсәк.
Яңы "ПАЗ"дарҙың кузовы оҙон, тимәк ул күберәк пассажирҙы һыйҙыра. Тағы ла пассажирҙарға мәғлүмәт еткереү электрон системаһы, ГЛОНАСС навигация системаһы, тахографтар, видеокүҙәтеү, яғыулыҡ кимәлен күрһәтеү датчигы урынлаштырылған. Һәм күп пассажирҙар өсөн мөһим булған - USB-розеткалар бар.