Милли проект Нацпроекты
21 Сентября 2021, 05:51

“Сәләмәтлек поезы” – Ейәнсурала

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә 23 сентябрҙән башлап “Сәләмәтлек поезы” Ейәнсура районында эш башлай. Ҡабул итеү графигы сайтта бирелгән.

“Сәләмәтлек поезы” – Ейәнсурала“Сәләмәтлек поезы” – Ейәнсурала
“Сәләмәтлек поезы” – Ейәнсурала

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә 23 сентябрҙән башлап “Сәләмәтлек поезы” Ейәнсура районында эш башлай. Уның составында күсмә флюорография һәм маммография кабинеттары, Күмертау ҡалаһының Сәләмәтлек үҙәге, шулай уҡ күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы табиптары тарафынан ҡабул итеү ойошторола.

График түбәндәгесә:

Яңыбай ауылы – 23, 24 сентябрь;

Иҙәш ауылы – 27, 28, 29 сентябрь;

Байыш ауылы – 30 сентябрь, 1 октябрь;

Этҡол ауылы – 4 октябрь;

Үрге Муйнаҡ ауылы – 5, 6 октябрь;

Ибрай ауылы – 7, 8 октябрь.

“Сәләмәтлек поезы” акцияһы ауыл халҡы өсөн бик мөһим, сөнки ололарға, балаларға тар белгестәрҙән тикшереү үтеү өсөн, алыҫта урынлашҡан район үҙәгенә барып, күпме ваҡыт, аҡса сарыф итергә кәрәк. Был проект арҡаһында бушлай медицина ярҙамы, ысын мәғәнәһендә, халыҡҡа яҡыная.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас