Сәнғәт мәктәбе төҙөкләндереләсәк

Сөләймән Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе бинаһында төҙөкләндереү эштәре башланды.

Сәнғәт мәктәбе төҙөкләндереләсәкСәнғәт мәктәбе төҙөкләндереләсәк
Сәнғәт мәктәбе төҙөкләндереләсәк

Кисә эш сәфәре менән Башҡоротостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хәмитова Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә булды. Министр урынбаҫары яңыраҡ башланған төҙөклөндереү эштәре барышы менән танышты.

Бина эстән генә түгел, ә тыштан да яңыртыласаҡ.Эстә ишектәр, иҙән-түбә алыштырыласаҡ, стеналар тигеҙләнәсәк. Фасадты ла яңыртырға  планлаштырғандар, ул аҡ, көлһыу һәм күк төҫтә буласаҡ.

Төҙөкләндереү эштәре Өфө ҡалаһынан "Фасилити групп" йәмғиәте башҡара.

Сәнғәт мәктәбендә белем алыусы балалар белем алыуҙарын ваҡытлыса 1-се һанлы мәктәптә, балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәгендә дауам итәсәк.

Төҙөкләндереү эштәре 1 сентябргә тиклем тамамларға планлаштырылған. Тимәк, уҡыусылар яңы уҡыу йылын яңыртылған бүлмәләрҙә башлаясаҡ. 

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас