Өлкәндәрҙе хәстәрләп

Ибрай ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләр мобиль бригада менән Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына килеп диспансерлаштырыу үтеп ҡайтты.

Өлкәндәрҙе хәстәрләпӨлкәндәрҙе хәстәрләп
Өлкәндәрҙе хәстәрләп

“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, ололарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген һәм сифатын арттырыу ҡаралған. “Ғаилә” үҙәгендә ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу йәһәтенән мобиль бригада ойошторолғайны. Ошо көндәрҙә Ибрай ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләр ҙә ошо уңайлыҡ менән ҡулланып, дауаханаға килеп диспансерлаштырыу үтеп ҡайтты. Әйткәндәй, был ауылдарҙан ололарҙы махсус транспорт менән үҙәк район дауаханаһына илтеү һәм алып ҡайтыуҙың тәүге осрағы түгел. Был эш алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас