

Табиптар составына терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡалар ингән.
Акция республиканың барлыҡ райондарын да үҙ эсенә ала. Әлеге көндә 109 810 кеше ҡаралған. 39 838 кеше тикшерелгән, шул иҫәптән 25 365 флюорография, 14 473 маммография үтелгән. 3 566 кешенең ҡанында шәкәрҙең юғары булыуы асыҡланған. 4 458 гражданиндың ҡанында холестерин кимәле артыҡ, 6 340 кешелә ҡан баҫымы юғары булған.