Милли проект Нацпроекты
12 Сентябрь 2022, 10:50

"Үҫеш нөктәһе" проекты ғәмәлдә

Бөгөн Үрге Муйнаҡ урта мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәген асыу тантанаһы булып үтте.

"Үҫеш нөктәһе" проекты ғәмәлдә"Үҫеш нөктәһе" проекты ғәмәлдә
"Үҫеш нөктәһе" проекты ғәмәлдә

 Хәҙер Муйнаҡ ауыл биләмәһе уҡыусыларына биология, химия, физика фәндәрен ҡыҙыҡлыраҡ һәм төптәнерәк өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар.  Тағы ла ҡыҙҙар һәм егеттәр “Робототехника” түңәрәгендә шөғөлләнә ала, бәлки тап улар киләсәктә бөйөк инженер, фән эшмәкәрҙәре булып китерҙәр!

Сарала район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы Даян Атнағолов, ветеран уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Үҙәкте асып Дәмин Марат улы һәм мәктәп директоры Гөлсинә Ҡунаҡбай ҡыҙы ал таҫмаларҙы ҡырҡты. Ә уҡыусылар физика һәм химия өлкәһендәге белемдәрен күрһәтеп, тәжрибәләр үткәрҙе, һөнәрҙәрен күрһәтте.

Балалар өсөн бөтә уңайлылыҡтар ҙа булдырылып тора, уларға тик яҡшы уҡырға, кеше булып үҫергә генә ҡала.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас