Милли проект Нацпроекты
13 Сентябрь 2022, 07:40

"Үҫеш нөктәһе" яңы мөмкинлектәргә юл аса

"Хәҙерге заман мәктәбе" федераль проекты сиктәрендә яңы үҙәктәр асыла 

"Үҫеш нөктәһе"  яңы мөмкинлектәргә юл аса"Үҫеш нөктәһе"  яңы мөмкинлектәргә юл аса
"Үҫеш нөктәһе" яңы мөмкинлектәргә юл аса

12 сентябрь Яңыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” – тәбиғи-фәнни һәм технологик профилдәр буйынса белем биреү үҙәге асылды. Был проект “Мәғариф” милли проектының “Хәҙерге заман мәктәбе” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

"Үҫеш нөктәһе”нең асылыуы ауыл мәктәптәре уҡытыусыларына яңы технологиялар ҡулланып белем бирергә булышлыҡ итһә, уҡыусыларға белем алыуҙа яңы, киң мөмкинлектәр аса. Физика, химия, роботтехника кабинеттары яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды.

Сарала ата-әсәләр, район мәғариф бүлеге белгесе Байрас Фәтих улы Ҡансурин, мәктәп директоры Фәймә Әхмәтсәғит ҡыҙы  Ишмөхәмәтова, күрше ауылдар мәктәптәре  директорҙары ҡатнашты. Уҡыусыларҙың сығыштары былай ҙа ҡыуаныслы булған ваҡиғаға тағы ла сағыулыҡ өҫтәне.

Артабан уҡытыусылар М.Ҡансурина, Р.Фәтхуллина, С. Бикбаева яңы ҡорамалдар ҡулланып асыҡ дәрес сиктәрендә уҡыусылар менән бергә тәжрибәләр үткәрҙеләр.

“Үҫеш нөктәһе”ндә тәрбиәләнеүселәр төрлө ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәре менән ҡыуандырыр тип ышанабыҙ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас