Яңы Петровка ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто ишектәрен асты

  Яңыртылған мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында мартәбәле ҡунаҡтар Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Эльвира Айытҡолова ҡатнашты

Яңы Петровка ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто ишектәрен астыЯңы Петровка ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто ишектәрен асты
Яңы Петровка ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто ишектәрен асты

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватаным мәҙәниәте” проекты сиктәрендә һәм муниципаль район бюджеты бүлгән финанс ярҙамды ҡулланып Яңы Петровка ауылы мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.

Мәҙәниәт йортоноң тулыһынса тәҙрәләре, түбәһе һәм ҡыйығы алыштырылды.

Ошо уҡ бинала урынлашҡан китапхана иркенерәк бүлмәгә күсерелде.

Бейеү түңәрәге үткәреү бүлмәһендә көҙгөләр ҡуйылды.

Бина эстән тулыһынса косметик ремонт кисерҙе.

Сәхнә кейемдәре, яңы шаршауҙар ҙа һатып алынды.  

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас