Агрокласс яңы мөмкинлектәр аса

2022 йылдың 24 мартында Өфөлә 32-се халыҡ-ара махсуслаштырылған “Агрокомплекс” күргәҙмәһе һәм Агросәнәғәт форумы сиктәрендә агрокластар тураһында түңәрәк өҫтәл артында Абзан мәктәбендә агрокласс асыу тураһында килешеү төҙөлдө.  Бөгөн Абзан мәктәбендә дәрестән тыш эшмәкәрлек формаһында алып барылған агрокласта уҡыусылар ауыл хужалығы нигеҙҙәре, алдынғы агротехнологиялар менән танышалар, мәктәп яны участкаһына ултыртыу өсөн рассада үҫтерәләр. Улар Айгөл Әхсән ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендә тәжрибә һәм фәнни-тикшеренеү эштәре менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, яҙғыһын бойҙай шыттырып ҡарағандар. Тәжрибә һөҙөмтәһендә, балалар сәскән һәр 100 бойҙайҙың 88-һе шытып сыҡҡан. Был балалар өсөн бик ҡыҙыҡ күҙәтеү булған. Тулы мәҡәлә менән гәзит биттәрендә һәм сайтта таншырһығыҙ.

Агрокласс яңы мөмкинлектәр асаАгрокласс яңы мөмкинлектәр аса
Агрокласс яңы мөмкинлектәр аса

Бөгөн Абзан мәктәбендә дәрестән тыш эшмәкәрлек формаһында алып барылған агрокласта уҡыусылар ауыл хужалығы нигеҙҙәре, алдынғы агротехнологиялар менән танышалар, мәктәп яны участкаһына ултыртыу өсөн рассада үҫтерәләр. Улар Айгөл Әхсән ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендә тәжрибә һәм фәнни-тикшеренеү эштәре менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, яҙғыһын бойҙай шыттырып ҡарағандар. Тәжрибә һөҙөмтәһендә, балалар сәскән һәр 100 бойҙайҙың 88-һе шытып сыҡҡан. Был балалар өсөн бик ҡыҙыҡ күҙәтеү булған.

26 майҙа уҡыусылар өсөн баш ҡалаға, аграр университетҡа сәйәхәт ойошторолған. Уларға университеттың лабораторияһы, ветеринар клиникаһы һәм консультация-диагностикалау үҙәгендә булыу бәхете тейгән. Балалар лаборатория шарттарында тупраҡһыҙ картуф үҫтереп булған аэропоник, йәғни үҫентенең тамырына туҡлыҡлы матдәләр аэрозоль формаһында индерелеү технологияһы менән танышҡан. Шулай уҡ балалар өсөн төҫлө ҡамырҙан роза формаһында ҡытай билмәндәре әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторғандар.

Әйткәндәй, йәйге каникулда ла мәктәп яны участкаһында эштәр ҡайнаған. Көндөҙгө ял үҙәгендә балалар үҫемлектәрҙе, уларға зыян килтереүсе бөжәктәрҙе өйрәнгән, гербарий йыйған, тәжрибәләр үткәргән.

Беҙ мәктәпкә барғанда, агрокласс уҡыусылары эш менән мәшғүл ине. 13 октябрҙә генә сәскән үлән орлоҡтары шытып та сыҡҡан! Тәжрибә сиктәрендә бер һауытта – бер, ә икенсеһендә икенсе төрлө гормон ҡулланылған. Үҙ ҡулдары менән сәскән орлоҡтарҙың шытҡанын күреп, ҡыуанышҡан уҡыусылар шытымдарға һыу һибә.

- Үҙ хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү улар өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы. Кемдәр булмаған, улар хәҙер сәсәсәк, – Айгөл Әхсән ҡыҙы үткәрелгән тәжрибәләр тураһында мауығып һөйләй. – Каникулға беҙҙе Иҫәнғолға үҫемлекселек өлкәһендә, шул иҫәптән орлоҡсолоҡ һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса дәүләт хеҙмәттәре күрһәткән “Россельхозцентр”ға саҡырҙылар. Уның хеҙмәткәрҙәре оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк. Беҙҙең маҡсат – был ойошманың эшмәкәрлеге менән танышыу, балаларҙа ер хеҙмәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Класта үткәрелгән тәжрибәләр өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе Айгөл Әхсән ҡыҙы үҙе ала, сығымын мәктәп ҡаплай. Яңы ойошторолған класҡа күп нәмәләр, мәҫәлән, балаларға алъяпҡыстар-яулыҡтар мотлаҡ кәрәк.

Элегерәк һәр мәктәптә ошондай кластарҙа егеттәрҙе тракторҙа йөрөргә, ҡыҙҙарҙы һыйыр һауырға өйрәткәндәр. Яйлап ул кластар бөтөрөлгәс, балаларҙа ауыл хужалығына, эшсе һөнәргә ҡыҙыҡһыныу ҙа бөткән. Әле ойошторолған класс ауыл хужалығына ҡыҙыҡһыныу уятыр, яңы һулыш алып күтәрелеп китеүенә булышлыҡ итер тип ышанғы килә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас