Табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре 14 мең ярымға тиклем өҫтәмә түләү аласаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала ярашлы указға ҡул ҡуйҙы.

Табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре 14 мең ярымға тиклем өҫтәмә түләү аласаҡТабиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре 14 мең ярымға тиклем өҫтәмә түләү аласаҡ
Табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре 14 мең ярымға тиклем өҫтәмә түләү аласаҡ

Башҡортостанда табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре 2023 йылда ай һайын 4,5-14,5 мең һум күләмендә махсус социаль түләүҙәр ала.

Документтан күренеүенсә, ашығыс ярҙам психиатрия бригадаһын саҡыртыу буйынса шәфҡәт туташтарына һәм ошо структураларҙың кесе медицина персоналына - 4 500 һум, территориаль-участка принцибы буйынса беренсел медицина — санитар ярҙам күрһәткән урта профилле белемле белгестәргә - 6500 һум, фельдшерҙарға һәм махсус махсус бригадалар шәфҡәт туташтарына — 7 000 һум, ошондай бүлек табиптарына — 11 500 һум, «ашығыс» ярҙам водителдәренә — 12 000, участка табиптарына - 14 500 һум.

Сығанаҡ:  Башинформ ИА.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас