

Филиалдың Малиновка бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре "Урге Һарыбил-Ҡыуандыҡ" автомобиль юлында соҡорҙарҙы таҙартып, ҡайнар асфальт ҡатнашмаһы менән ямайҙар.
Иҫәнғол бүлексәһе эшселәре "Магнитогорск-Ира" трассаһында шундай уҡ эштәр башҡара.
Юлсылар ҡыштан һуң юлдарҙы ремонтлау эштәрен башҡарыуға бик мөһим ҡарайҙар. Сөнки "Магнитогорск-Ира" трассаһы буйлап бик күп техника үтә, был юл республиканың бер нисә районын бәйләй. Ә "Үрге Һарыбил-Ҡыуандыҡ" автомобиль юлы күрше Ырымбур өлкәһенә илтә, райондың биш ауыл биләмәһе аша үтә.