

Район үҙгенең төрлө ойошмалары һәм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре экологик өмәгә йыйылып Әстәш йылғаһы буйында йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртты.
Бер көндә генә күмәк көс менән барлығы 12 мең төп үҫенте ултыртылды.
Әйткәндәй, был ерлектә тап ҡарағай үҫентеләре яҡшы үҫә. Һуңғы ете йыл эсендә 20 га тирәһе ерҙә ҡарағайҙар ултыртылған һәм шуларҙың 85% ерегеп киткән.
"Хәтер баҡсаһы" акцияһы сиктәрендә генә 2023 йылдың яҙында 6,7 га майҙанда йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртылған.
- Беҙ йәш үҫентеләрҙе урман хужалығы питомнигында үҙебеҙ үрсетәбеҙ. Шуға ла үрсетмә тураһында мәсьәлә киҫкен тормай. Көҙгөһөн тағы ла ошондай уҡ өмәләр үтәсәк, - ти урман хужалығы етәксеһе Шәһит Татлыбаев.