Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүселәр араһында ейәнсуралар ҙа бар.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде

Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булып үтте. Быйыл утыҙ һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған бәйгелә республиканың район-ҡалаларынан,  күрше Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан район-ҡала этаптарында еңеү яулаған  300-гә яҡын  уҡыусы көс  һынашты. Улар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест, текст буйынса эш башҡарҙы.

Ейәнсура данын яҡлап сығыш яһаусылар араһынан дүрт уҡыусы призер исеменә лайыҡ булды. Бына улар: Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 9 класс уҡыусыһы Искәндәр Йылҡыбаев (етәксеһе Гөлбаныу Исмәғилева), 10 класс уҡыусыһы Айгизә Иҫәнсурина (етәксеһе Гөлбаныу Исмәғилева), 11 класс уҡыусыһы Гөлназ Түләбаева (етәксеһе Клара Дәүләтбаева) һәм Яңыбай урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Резеда Хужахмәтова (етәксеһе Лилиә Ҡотошова). 

Афарин! Тағы ла яңы үрҙәр һеҙгә! 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: