Йыйылыш бик көсөргәнешле барҙы. Алдан билдәле булыуынса 8-11 класс уҡыусыларынан торған биш төркөм үҙҙәре әҙерләгән проекттарҙы яҡлау этабында ҡатнаштылар. Уҡыусылар барыһы ла ентекле әҙерләнгән, проект эштәре тәрән мәғәнәле һәм бай йөкмәткегә эйә. Әлбиттә конкурс талабына ярашлы, иң күп тауыш йыйған проект еңеүгә эйә буласаҡ. Проекттарҙы һайлау асыҡ тауыш менән билдәләнде һәм һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне! “ Сағыу Йондоҙсоҡ!” проекты иң күп тауыш йыйып оло еңеүгә өлгәште! Ошо проект нигеҙендә мәктәпкә Музыкаль студия асыу һәм уҡыусыларҙың талантын үҫтереүгә киң юлдар асыла.
Күренекле яҡташыбыҙ, ғалим, профессор Булат Баҡый улы Ғафаровтың һүҙҙәрен әйтеп китеү бик тә урынлы “ Өҫкәлек буйы таланттарға бик бай төбәк. Уны ваҡытында күрә белергә һәм үҫтерергә кәрәк..”
Арҙаҡлы шәхестәребеҙ, талант эйәләре Мәғфирә Ғәлиева, Рәсүл Ҡарабулатов, Йәмил Ишмөхәмәтов, Шамил Ишемйәров һәм башҡалар сыҡҡан данлыҡлы төбәктән сағыу йондоҙҙар әҙерләргә бөтә уңайлы шарттар тыуҙырыуға бөтә мөмкинслектәрҙе ҡулланасаҡбыҙ!