Йыл һайын яҙ етеү менән бер үк күренеште күҙәтәбеҙ: ҡар иреп тә бөтмәй, әле тегендә, әле бында бер-бер артлы “умырзаялар” баш ҡалҡыта. Эйе, халыҡ ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сарҙы шулай атай.
Урамдарҙа, юл ситтәрендә, урмандарҙа, йылға ярҙарыда туҙып ятҡан сүп өйөмдәре, быяла, пластик шешәләр, көнкүреш ҡалдыҡтар йәмле яҙҙың бар йәмен бөтөрә. Сүп-сар ташлап киткән битарафтар, арттарынан башҡалар килеп йыйышыр, тип уйлаймы икән?
Ә уйлап ҡараһаң, ысынында шулай килеп сыға ла. Шул сүп-сарҙы өмәгә сыҡҡан уҡыусылар, эшселәр, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре таҙарта. Вайымһыҙ әҙәмдәрҙең был ғәмәлдәренән юл хеҙмәткәрҙәре лә интегә. Сөнки ҡыйҙарын автомобиль тәҙрәһен асып ҡына ырғытып китеүселәр (!) һаман бар әле.
Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте файҙаланыу һәм һаҡлау министрлығының Сибай территориаль комитетының баш белгес-эксперты Хөрмәт Исмәғилев менән ауыл урамдарынан үтеп, күптәрҙең вайымһыҙлығына тағы бер инандыҡ. Ҡаты көнкүреш ҡыйҙарын һалыуға тәғәйенләнгән контейнерҙар янында баҡса, төҙөлөш сүп-сарын күреп хайран ҡалырлыҡ. Янына матурлап һалып китһәләр ҙә бер хәл. Юҡ, мотлаҡ майҙансыҡтың ал яғына өйөп китәләр бит. Быны Совет урамындағы контейнерҙар майҙансығы янында күрергә була. Иҫәнғол үҙәгендә урынлашҡан “Лотос” магазины ҡаршыһына өйөлгән баҡса сүп-сары ла беҙҙең күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Сүп-сарҙарҙа квитанциялар ҙа таптыҡ, тимәк Хөрмәт Хәмит улы улар буйынса ҡыйҙарҙың хужаларына сығасаҡ.
Хөрмәт Хәмит улы контейнер майҙансығына яҡын йәшәгән йорт хужалары менән һөйләшеп, күҙ-ҡолаҡ булып тороуҙарын һораны. Сөнки йорттары янындағы сүп-сар тауҙарына улар ҙа һөйөнөп ҡарамай. Етмәһә, береһенең йортона үткән һыу торбаһы шул майҙансыҡ янында ғына урынлашҡан.
Абзан ауылындағы бер хужалыҡта Әселе йылғаһы ярына өйөп ҡуйған тиреҫ тураһында хужаһы: “Был яҙғы ташҡында йылға ярҙы ашамаһын өсөн ҡоролма”, – тип яуаплай. Ҡоролманың ҡырсынташ ярҙамында эшләнелгәнен белмәһә бала ғына белмәйҙер.
Был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берҙән-бер осраҡ түгел. Яр буйында йәшәгәндәрҙең күбеһе ошо ысул менән файҙалана. Улар тәбиғәткә, һыу ятҡылыҡтарына зыян килтереүҙәре тураһында баштарына ла килтермәй, күрәһең.
Әйткәндәй, ошолай “уйһыулыҡты тигеҙләү өсөн” түгелгән тиреҫ быйыл ҡайһы бер ауылдарҙа (мәҫәлән, Ярғайышта) ихатаны һыу баҫыуға килтерҙе.
Районда 11 апрелдән төҙөкләндереү айлығы башланды. Бөтә Ейәнсура халҡы ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙы таҙартыу өсөн өмәгә сыҡты. Дөйөм тырышлыҡ менән йорт алдарын, урамдарҙы, юлдарҙы тәртипкә килтерәйек, рөхсәт ителмәгән урындарҙағы сүплектәрҙе таҙалайыҡ. Иң мөһиме, яңы өйөмдәр барлыҡҡа килмәһен, ә был инде ошо ерҙә йәшәгән һәр кемдең үҙенә бәйле.