Был һөйләшеү 2016 йылда була. Шулай итеп, Ырымбур медицина академияһын тамамлап, унан һуң бер йыл интернатурала уҡып, табип-терапевт һөнәре алыусы Илнара Поспелова тормош иптәше һәм ҡыҙы менән ҡаланан Абзанға күсеп ҡайтып, дауаханала эш башлай.
Тиҙҙән ғаилә йорт һатып ала һәм уны теркәп йөрөгәндә Илнара Радик ҡыҙына, бюджет өлкәһендә эшләүсе белгес булараҡ, йәштәр программаһы буйынса сиратҡа тороп, ярҙам алып булыуы хаҡында әйтәләр. Ғаилә барлыҡ документтарҙы йыйып тапшыра. Игеҙәк ҡыҙҙары тыуғас, ғаилә, күп балалы булараҡ, сиратта тағы ла алға шыла. 2023 йылдың мартында Поспеловтар “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса сертификат алып һөйөнәләр. Май айында йорт төҙөлә лә башлай. Ярты йылдан ғаилә яңы йортҡа күсенә лә.
- Ауыл дауаханаһына эшкә ҡайтыуыма бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Бигерәк тә - табип булыуыма. Был минең бала саҡ хыялым ине, мәктәптә уҡығанда ла медицина юлынан китеремде белеп, әҙерләнеп йөрөнөм, - ти Иҙелбәк ауылында тыуып-үҫкән Илнара Радик ҡыҙы.
Йәш белгестең тормош юлдашы Максим Сергеевич вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Ҙур ҡыҙҙары Самираға 12, ә игеҙәктәр Злата һәм Розаға бишәр йәш.
- Эшемде шул тиклем яратамдыр, күрәһең. Игеҙәктәремә 10 ай булғас эшкә сыҡтым. Сөнки урыныма эшләргә кеше юҡ, халыҡтың һаулығын ҡайғыртырға бурыслымындыр, тип уйланым да, битараф ҡала алманым, - тип хәтерләй дүрт меңгә яҡын кешенең һаулығы һағында булыусы Илнара Поспелова.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.