Ямашлы һыуһаҡлағысы буйындағы "Ожмах мөйөшө" ял итеү базаһында үткән сарала район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, бренд саралары конкурсы баһалама ағзалары, Һүрәм ауыл биләмәһенән сыҡҡан күренекле шәхестәр, ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тирмә, төрлө ҡулайламалар, "Талҡан", "Ейәнсура балы" ЯСЙ-лары, биләмә халҡы тәҡдим иткән талҡан, бал, миндек, үлән сәйҙәре, дебеттән бәйләнгән әйберҙәрҙән торған күргәҙмә барыһының да күңеленә хуш килде.