"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Физик йәһәттән генә түгел, рухи яҡтан да үҫтерә

- Республика райондарында спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был бик мөһим. Тап шунда беҙҙең бөйөк атлеттар тыуа ла инде. - тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың 17 февралендә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса Совет ултырышында сығыш яһағанда.

Физик йәһәттән генә түгел, рухи яҡтан да үҫтерә
Физик йәһәттән генә түгел, рухи яҡтан да үҫтерә

Ысынлап та, райондарҙа спортты үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бүленә. Ейәнсура районында ла спорт йылдан-йыл тик алға бара, бөтә төрҙәр ҙә үҫешә. Республика һәм Рәсәй кимәлендә яуланған үрҙәр, еңеүҙәр ошо хаҡта һөйләй. Был - тәү сиратта, тренерҙыңтырыш хеҙмәте, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәүе һөҙөмтәһе. Шундай шәп тренерҙарҙы дәртләндереү, матди яҡтан ярҙам итеү маҡсатында барлыҡҡа килгән "Ауыл тренеры" программаһы буйынса ярҙам алыусы алдынғы тренерҙарҙың береһе Фәнис Сөләймәнов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Фәнис Салауат улы, баскетбол менән тығыҙ бәйләнеш ҡасан башланды?

–Район үҙәгендәге спорт мәктәбенә эшкә килгәс, шул уҡ ваҡытта Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә физкультура уҡыта башланым.Был спорт төрө менән дуҫлыҡ тап шул йылдарҙа башланды. Мәктәптә физкультура уҡытыу менән бер рәттән инде күп йылдар баскетбол секцияһы алып барам. Тәүге йылдарҙа, йәғни 2003 йылда, Сергей Владимирович Куянов менән ҡыҙҙар командаһы төҙөп, ныҡлы эшләп, зона ярыштарында йыл да еңеүгә өлгәшә килдек. Район данын республика кимәлендә яҡлай инек.

–Тимәк, команда көслө булған...

–Эйе. Ҡыҙҙар бик яҡшы уйнай инеләр! Беҙ улар менән ауыл мәктәптәре араһында биш тапҡыр республика чемпиондары булдыҡ! Башҡа йылдарҙа ла һәр ваҡыт призерҙар иҫәбенән төшмәнек. Шуға ла 2003-2018 йылдарҙа Сергей Владимирович менән баскетболсылар әҙерләү дәүерендә беҙ күп уңыштарға өлгәштек, тип ныҡлы әйтә алам.

– Бөгөн дә Һеҙҙе районда иң көслө баскетболсылар командаһы тренеры, тип беләбеҙ.

–Ҡыҙҙар командаһы менән республика ярыштарында ҡатнашҡан осорҙа мин малайҙарҙы ла ярыштарға әҙерләй торғайным. Тик улар район кимәлендәге ярыштарҙа ғына ҡатнашып килде. Ә 2016 йылда уларға ныҡлап тотондом һәм тора-бара республика кимәленә сыға башланыҡ. Урал аръяғы райондары араһында беҙ йыл да еңеүсе булабыҙ. Һис юғы икенсе урын алабыҙ. Ғөмүмән, бер нисә йыл элек коронавирус сәбәпле финалда ҡатнашмағанды иҫәпкә алмаһаҡ, финал беҙһеҙ үткәне юҡ, тиергә була. үткән йыл республика буйынса 3-сө урынға сыҡтыҡ.

  • Ауырлыҡтар менән дә осрашырға тура киләлер инде?

– Эйе, унһыҙ ҙа булмай, әлбиттә. Ярыштар күп үткәрелә, тик барыһында ла ҡатнашыу мөмкинлеге юҡ. Уҡыусыларға иһә әҙерәк тәжрибә етеңкерәмәй. Шуға күрә республика ярыштарында беҙ ҡайһы берҙә үҙебеҙҙе тейешенсә күрһәтә лә.алмайбыҙ. Балаларға йышыраҡ уйнарға кәрәк, шул ваҡытта мотлаҡ тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә ирешәсәкбеҙ!

–Ә баскетбол секцияһына балаларҙы һайлап алаһығыҙмы?

–Юҡ. Теләүселәр барыһы ла йөрөй ала, бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Физкультура дәресе ваҡытында уҡыусының оҫта уйнағанын күреп ҡалһам, баскетбол менән ныҡлап шөғөлләнергә үҙем тәҡдим итеп, түңәрәккә саҡырам. Күптән түгел уҙған “Ҡыҙғылт һары туп” мәктәп баскетбол лигаһындың зона уйындарынакилгән күрше райондар егеттәребеҙҙең оҫталығына һоҡланып та, аптырап та ҡараны. Ысынлап та, беҙҙең команда егеттәре бер ҡасан да аптырап ҡалмай – үҙҙәрен һәр ваҡыт ышаныслы тоталар, бер ниҙән дә ҡурҡмайҙар.

– Фәнис Салауат улы, ғөмүмән, баскетбол тураһында нимә әйтерһегеҙ?

– Был уйын – динамикалы спорт төрө. Ул уйынсынан етеҙлек, башты тиҙ эшләтеүҙе талап итә. Бында һәр кемдең шәхсән үҙ роле бар, һәр уйынсы нимә өсөн булһа ла яуаплы. Файҙалы яҡтары күп, әлбиттә. Берҙән, әүҙемлек, хәрәкәт, командала эш итергә өйрәнеү. Икенсенән, баскетбол балала түҙемлек, тиҙлек, фекерләү кеүек сифаттарҙы үҫтерә.

–Командағыҙға һәм уларҙың атай-әсәйҙәренә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

–Бик көслө балалар менән эшләйем. Айырыуса ҙурҙар командаһында Дияр Солтанбаев, Илназ Ғайсаров, Георгий Яковлев һәм Данил Куруховты билдәләп үткем килә. Ә урта класс малайҙары командаһында Илшат һәм Ринат Абдрахмановтар, Илнур Мостафин айырылып тора.Улар бик яҡшы уйнайҙар. Шул уҡ командала улым Ринат та. Шәп кенә уйынсы булырға оҡшай. Командаларҙағы бөтә егеттәргә һаулыҡ һәм был спорт төрөн ташламауҙарын теләйем. Ә уларҙың атай-әсәйҙәренә һәр ваҡыт аңлағандары өсөн рәхмәтлемен. Шулай уҡ район мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Айҙар ҡыҙына ҙур рәхмәт – ярышҡа барған һайын уларҙың ныҡлы ярҙамын тоябыҙ.

– Фәнис Салауат улы, һеҙгә ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Киләсәктә һеҙгә көслө уйынсылар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

– Ҙур рәхмәт!

Айнә Иманғолова әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

 

Беҙҙең белешмә

Фәнис Салауат улы Сөләймәнов 1992 йылда, Абзан мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһының физкультура бүлегендә белем ала. 1995-1997 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын Үрген мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Бер йылдан район үҙәгендәге спорт мәктәбенә эшкә күсә.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: