2024 йылдың аҙағында ейәнсуралар өсөн күптән көтөлгән ваҡиға булды – районда кинозал асылды. Өлкәндәр, йәштәр һәм балалар рәхәтләнеп ҡараған зал “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль программаһы сиктәрендә асылды. Байрам уңайынан күрһәтелгән “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәтен ҡарарға тулы зал халыҡ йыйылыуы уҡ был объекттың кәрәклеген иҫбатланы.
Район мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан кинозал “Патриот” тип атала. Федераль кино фонды һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән яңы заманса киноаппаратура алыуға грант бирелгән. Бүленгән 9 миллион һумға фильмдар күрһәтеү һәм билет һатыу өсөн күп каналлы тауыш системаһы, ҡеүәтле һанлы проектор, экран һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған.
2023 йылда Республика Башлығы ҡарары менән яңы ярҙам сараһы барлыҡҡа килде: Башҡортостандың ҡала һәм райондары үҙҙәренең визит карточкаһына әйләнгән сараларҙы, фестивалдәрҙе үткәреү өсөн 500-әр мең һум аҡсалата ярҙам ала. Мәҫәлән, Бөрө ҡалаһында – “Керәшен һыуыҡтары”, Әбйәлил районында – “Ҡомартҡы”, Дүртөйлөлә “Тыуған тел” байрамдары.
Ә Ейәнсура районы үҙенең дебет шәле һәм шәл бәйләүсе оҫтабикәләре менән дан тота. Шуға ла бында йыл һайын “Дебәт шәл” байрамы үткәрелә. Төрлө ҙурлыҡтағы, биҙәктәге шәлдәргә ихтыяж һәр саҡ ҙур – уларҙы республиканан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә, хатта сит илдәрҙән дә һатып алалар. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ оҫталығын быуындан быуынға тапшыра килә. Әйткәндәй, быйыл "Башҡорт шәле" тигән географик исемгә патент алыуҙа ейәнсура шәлселәренең өлөшө ғәйәт ҙур. Район ғына түгел, тотош төбәк өсөн бренд сараһына әүерелгән был байрамды ойоштороу өсөн республика етәкселеге ҡарары менән аҡсалата ярҙам бирелә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты сиктәрендә 2024 йылда район мәҙәниәт йорто тағы ла төҙөкләндерелә һәм матди-техник база яңыртыла. Финанслауҙың дөйөм күләме 9,6 миллион һум тәшкил итә (7,6 миллионы – федераль, 1,4 миллионы – республика, 481 мең һумы урындағы бюджеттан). Бүленгән аҡсаға музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары, ут һәм тауыш ҡорамалдары алына, сәхнә япмаһы яңыртыла – яңы линолеум түшәлә.
Башҡа мәҙәниәт ойошмалары ла, ауылдар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Һуңғы арала ғына Муйнаҡ, Үрген, Новопетровск ауылдарының мәҙәниәт йорттарында ремонт эштәре үткән.
"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Сөләймән Абдуллин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе яңы музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу әҙәбиәте менән тулыланды. Финанслауҙың дөйөм күләме – 6,6 миллион һум.
Был өҫтәлмә белем биреү учереждениеһында 2022 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 11 миллион 800 мең һумлыҡ капиталь ремонт эштәре башҡарылған.
Ейәнсура районы һәр ваҡыт талантлы шәхестәре менән дан тота. Республика етәкселеге тарафынан мәҙәниәтте күтәреүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡарата ошондай иғтибар, йылы ҡараш һәм матди ярҙам булғанда, киләсәктә лә райондан Башҡортостан данын күтәрерҙәй, сәнғәтте үҫтерерҙәй таланттар булыр.
Гөлнур ҠЫУАТОВА. Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-07-21/talanttar-t-b-ge-ey-nsura-y-ki-bynda-m-ni-t-k-nd-n-k-n-esh-3856675