Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм “Башҡортостандың туризм үҫеше үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған берләшмә менән берлектә ошо проект сиктәрендә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Уның ярҙамында хаҡлы ялдағыларға бер йәки ике көнлөк сәйәхәттәр ойошторола.
Был проект ғәмәлгә ингәс тә, Ейәнсура районының әүҙем пенсионерҙары өсөн яңы тормош башланды. Улар, район ветерандар советы рәйесе Нәзирә Кәримова әйтеүенсә, бығаса Яҡтыкүл буйында шифахала ял итергә, Мораҙым тарлауығында, Шүлгәнташ мәмерйәһендә булырға ла, “Башҡорт аты” фестивален күрергә лә өлгөрҙө. Шулай уҡ Башҡортостандан ситкә – Ҡазанға, Ырымбур өлкәһенә Соль-Илецкиға барыу ойошторолдо.
Ошо көндәрҙә ейәнсуралар өсөн йәнә матур сәйәхәт ойошторолдо. Теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, ойоштороусылар хаҡлы ялдағыларҙы ике төркөмгә бүлде. Шулай Ейәнсура пенсионерҙары ике көн рәттән Ырымбур өлкәһендә, "Луна" паркында булды.
Фәниә Ғәйнуллина, Абзан ауылы:
- Беҙгә Лунала шул тиклем оҡшаны! Әйтерһең дә, ул - Ырымбур далаларындағы тере тәбиғәт оазисы. Ямғырҙан һуң ылыҫлы урман еҫе шул тиклем тәмле ине. Килеүселәрҙең иғтибарынан ҡәнәғәт быуалағы ғорур аҡҡоштар һәм башҡа йәнлектәр , парк территорияһында иркен йөрөгән ҡыйыу һәм хатта тәкәббер төньяҡ боландары, матур, төрлө тоҡомло фазандар – барыһы ла шул тиклем матур. Боронғо рус стилендәге ҡоролмалар, семәрле биҙәкле беседкалар, төрлө бәүелсәктәр, әкиәт геройҙары статуялары өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла һөйөндәрәлер, моғайын.
Был матур урындан хатта ҡайтҡы килмәй ине. Кире юлда Мостафа ауылындағы Муса Йәлилдең музейына экскурсияға индек. Ҙур, заманса бинабеҙҙе бай экспонаттар, йөкмәткеле стендтар менән таң ҡалдырҙы. Нәфисә исемле экскурсовод Муса Йәлилдең бала сағы, тормошо һәм ижады, концлагерь стеналарында фашизмға ҡаршы көрәше, дуҫтары һәм көрәштәштәре тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләне, беҙ хатта ваҡыт тураһында оноттоҡ. Алла бирһә, ошо уҡ төркөм менән тағы ла экскурсияға барып, шатланып ҡайтырбыҙ, тигән өмөттәмен.