Башҡорт Үргене ауылының тау битендә урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктына ололарға һәм аяҡтары ауыртҡандарға йәйәүләп менеү үҙе бер бәлә ине. Етмәһә бина һыуыҡ булды. Шуға ла үргендәр 2019 йылда район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән осрашыуҙа фельдшер-акушерлыҡ пункты уңайлыраҡ урында булһа ине, тигән үтенес менән мөрәжәғәт итте. Ә 2022 йылда ауылдың үҙәгендә – мәсет эргәһендә өр-яңы ФАП ҡалҡып сыҡты.
Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктында прививкалау һәм процедуралар, акушерлыҡ ярҙам күрһәтеү, йыуыныу, ҡабул итеү, шулай уҡ кейем алыштырыу бүлмәһе бар. Әйткәндәй, был медпунктты төҙөп йыһазландырыуға 5 млн һум тирәһе сығым киткән.
– Беҙҙең фельдшер-акушерлыҡ пункты бер ҡасан да буш тормай. Көнөнә уртаса 12-15 кеше мөрәжәғәт итә. Бер йәшкә тиклемге 19 сабыйға патронат ҡарау ойошторолған. 17 йәшкә тиклемге балалар һаны – 163. Бер ҡатын йөклөлөк буйынса иҫәптә тора. Пациенттарҙың күбеһе өлкән йәштә, уларҙы башлыса юғары ҡан баҫымы борсой. Балалар тамаҡ һәм тын юлы ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итә. 160 кеше медицина иҫәбенә ҡуйылған. Һәр береһенә ҡулымдан килгәнсә ярҙам итәм, район дауаханаһына йүнәлтмәләр бирәм, – ти фельдшер Зинфира Аҡсурина.
Ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында торған Зинфира Йәнғәле ҡыҙының тәжрибәһе ҙур – ул 34 йыл хеҙмәт стажына эйә. Райондың иң ҙур ауылдарының береһе өсөн бер белгес, әлбиттә, аҙ. Әммә үргендәр фельдшерҙың эше менән бик ҡәнәғәт.
Рәмис Байгилдин, Иҫәнғол үҙәк дауаханаһының фельдшер статистикаһы бүлеге етәксеһе: – Беҙҙең районда 47 ФАП, шул иҫәптән 1 мобиль стационар ФАП эшләп килә. Аҙаҡҡы йылдарҙа Башҡорт Үргене, Байыш фельдшер-акушерлыҡ пункттарының биналары яңыртылыуы Ҡужанаҡ, Сирғол һәм Үтәғол ауылдарында модулле ФАП-тар барлыҡҡа килеүе бик ҡыуаныслы хәл. Әлеге ваҡытта барлыҡ ауылдарҙа тиерлек ФАП-тар эшләй. Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, бер нисә ауылда медицина хеҙмәткәре юҡ. Әммә ундағы халыҡты күрше ауылдарҙың фельдшерҙары хеҙмәтләндерә.
Радий Хәбиров, Республика Башлығы: – Республикалағы 4 млн халыҡтың күпселеге ауыл ерендә йәшәй һәм һаулыҡ һаҡлау темаһы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Райондар буйлап йөрөгәндә фельдшер-акушерлыҡ пунктарының ниндәй экзотик бүлмәләрҙә урынлашыуын күрергә тура килде. Ә улар беҙҙә – 1960. Мәҫәлән, бер ФАП Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец әсирҙәре урынлашҡан баракта, икенсеһе иһә ХIХ быуатта төҙөлгәнендә ине. Шуға ла беҙ ныҡ иҫке ФАП-тарҙы алыштырырға булдыҡ. Был йәһәттән Рәсәй Президенты Владимир Путинға медицинаның беренсел звеноһын комплекслы модернизациялау программаһын булдырыуына рәхмәтлебеҙ. Был аҡса менән нығытылған етди документ. 2025 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһына был маҡсатта 18 млрд һум аҡса бүленә.