Ейәнсурала йыл да ниндәй ҙә булһа мәҙәниәт йорто капиталь ремонт кисерә. Быйыл был бәхет үргендәргә тәтене. Бында март айында башланған эштәрҙе октябрҙә тамамларға ниәтләйҙәр.
Бөгөнгә Башҡорт Үргене мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы тулыһынса алмаштырылған. Уны “ПромЭкоСервис” йәмғиәте (етәксеһе Илнур Абдуллин) башҡарған. Нигеҙҙе, бинаның тышын йылытып, сайдинг менән көпләү эштәрен шәхси эшҡыуарҙар Олег Вәхитов һәм Артем Дьяченконың бригадалары атҡарып сыҡҡан.
Мәҙәниәт усағының эсендә эштәр, әлбиттә, күберәк. Фойе, тамаша залы, сәхнә һәм коридорҙа иҙәндәр яңыртып һалынған. Әле стеналар тулыһынса йөҙләнгән, буялған. Төп ишек пластикка, ә запас һәм янғын хәүефһеҙлеге ишектәре тимергә алыштырылған. Был эштәрҙе башҡарыусы “Кедр” ойошмаһы директоры Александр Павлов әйтеүенсә, бүлмәләрҙә һәм китапханала иҙән алыштырыласаҡ. Шулай уҡ кабинеттарҙың да ишектәре яңыртыласаҡ.
Капиталь ремонт сиктәрендә электр сымдары өр-яңынан һуҙылып, розеткалар, һүндергестәр, лампочкалар алыштырылған. Йылытыу системаһы бер аҙ үҙгәреш кисергән, мәшәҡәтләп, күренеп торған торбаларҙы аҫҡараҡ күсергәндәр.
– Мәҙәниәт йортон хәҙер танырлыҡ түгел: шул тиклем үҙгәрҙе. Йылы, яҡты, йәмле бинала эшләүе күңелле буласаҡ! – ти ҡыуанып художество етәксеһе Әлфиә Фәйзуллина.
Айнә Иманғолова.
Салауат Ейәнбирҙин, Яңы Петровка ауыл биләмәһе башлығы:
– Яңылышмаһам, Үрген ауылы клубы бинаһы 1971 йылда төҙөлгән. Ярты быуаттан ашыу йүнле ремонт булғаны юҡ ине. Бары Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында тәҙрәләр һәм ҙур ишек алыштырылғайны.
Капиталь ремонт булырын белгәс, ауылдаштар шул уҡ программала ҡатнашып, мәҙәниәт йорто сәхнәһенә шаршауҙар, тамаша залына ултырғыстар алырға ҡарар итте. Алла бирһә, был ниәт тә тормошҡа ашасаҡ. Ғөмүмән, клуб яңырыуына халыҡ бик шат һәм уның асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә.