17 сентябрҙә "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы сиктәрендә хаҡлы ялдағыларҙың Әбйәлил районына сәйәхәт ойошторола. Тур Яҡтыкүл шифаханаһы, Таһир Күсимов музейы менән танышыу, Абҙаҡ аквапаркында ял итеүҙе эсенә ала. Сәйәхәт уңайлы ҙур автобуста экскурсовод оҙатыуында барасаҡ. Төркөмгә һәр ауыл биләмәһенән өс кеше индерелә. Улар "Башкирское долголетие" сайтында регистрация үтергә тейештәр. Һорауҙар менән Ейәнсура район ветерандар Советына мөрәжәғәт итергә була.
Әйткәндәй, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы Башҡортостанда 2020 йылдан башлап төбәк Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул өлкән быуын кешеләренең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.