Беҙҙең район малсылыҡ, үҫемлекселек өсөн бик уңай: ерҙәребеҙ уңдырышлы, малдарҙы көтөр өсөн тау-урманлы урындар ҙа етерлек. Тыуған ереңдә, ауыл ерлегендә үҙ эшеңде башлар өсөн төрлө дәүләт программалары ла ҡаралған. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы Ейәнсура районында ла шәхси эшҡыуарҙарға, буласаҡ фермерҙарға “Агростартап”, “Ғаилә фермаһы”, “Ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник базаһы үҫеше” кеүек программаларҙа ҡатнашып, үҙ эшеңде асып үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар.
Ейәнсура мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Зәбир Мәхиәнов һәм иҡтисад бүлеге белгесе Вадим Фазлыев үткән йыл аҙағында тап ошо программаларҙа ҡатнашырға теләк белдереүсе граждандар менән райондың 15 ауыл биләмәһендә лә осрашыуҙар үткәрҙе. Һөҙөмтәлә, 16 кеше грант ярҙамы алыу өсөн конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. 2025 йылда программала ҡатнашыусы претенденттар исемлеге февраль аҙаҡтарына үтәсәк инвест сәғәттә фекер алышҡандан һуң билдәле буласаҡ.
Быйыл картуф үҫтереү, теплицала йәшелсәләр үҫтереү, йылҡы малдарын үрсетеү, ит һәм һөт етештереү өсөн һыйыр малдарын аҫырау, бал ҡорттары тотоу кеүек йүнәлештәрҙә эш башларға теләйҙәр. Буласаҡ һәм әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән райондаштарыбыҙ “Агростартап”, “Ғаилә фермаһы” йүнәлештәрендә грант ярҙамы алыу өсөн көс һынашасаҡ.
Әйтергә кәрәк, программаларҙа ҡатнашыу өсөн заявка бирергә әле лә һуң түгел. Тейешле консультацияны Ейәнсура Мәғлүмәт-консультация үҙәгендә алырға мөмкин.
Әйткәндәй, Башҡортостанда 2019 йылдан алып 2024 йылғаса 333 фермер грант ярҙамы алған. Ауыл хужалығында эш башлап тороусыларға ҡаралған дәүләт ярҙамы 1 миллиард 39 миллион һум тәшкил иткән.
Зәлиә Байғусҡарова.