ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Хыялдағы уңайлыҡтар хәҙер ысынбарлыҡ

12 мартта Мәскәүҙә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы үтте. Көн тәртибендә­ – төбәк биләмәһендә яңы күләмле тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыу.

Хыялдағы уңайлыҡтар хәҙер ысынбарлыҡ
Хыялдағы уңайлыҡтар хәҙер ысынбарлыҡ
“Биш йыл элек был эште башлағанда, беҙ уңыштан бөтөнләй алыҫ инек. 2030 йылға бер генә иҫке амбулатория ла ҡалмаясаҡ, беҙ ауыл медицинаһын күтәрәбеҙ.” Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

Республика һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын уңышлы яңыртты: 500 фельдшер-акушерлыҡ пунктын алмаштырылды, күп объекттар төҙөкләндерелде. Әбүләйес ауылында бығаса ауыл мәктәбендә урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункты өр-яңы модулле бинаға күсте.

– Быға тиклем халыҡ, сират булған осраҡта, һыуыҡ коридорҙа көтөргә мәжбүр ине. Хәҙер ҡыуанып бөтә алмайҙар. ФАП 10 көн эсендә төҙөлдө. Барлыҡ ауылдаштар ҙа ҡулдан килгәнсе ярҙам итте. Ирҙәр – өмәләрҙә, ҡатындар, бина әҙер булғас, таҙартыу-йыуыу эштәрен ихлас башҡарҙы. Ҙур рәхмәт уларға! – ти 35 йылдан ашыу ауылдаштары һаулығы һағында тороусы фельдшер Гөлнара Мусина.

Йылы, яҡты бина, ЭКГ аппараты, глюкометр, стерилизатор, яңы һыуытҡыстар, акушер креслоһы, өҫтәл, ултырғыстар – рәхәтләнеп эшлә генә. Гөлнара Марат ҡыҙының ҡыуанысын уртаҡлашып, хатта тормош иптәше аяҡ кейемдәре өсөн кәштә, улы шкаф бүләк иткән. Эстә урынлашҡан бәҙрәф, һыуыҡ, йылы һыу, канализация – был уңайлыҡтар ҙа ҡасандыр хыялда ғына булған.

– Яңы бина өсөн республика һәм район етәкселегенә бик рәхмәтлемен. Артабан да халыҡ һаулығы һағында тырышып эшләрмен, – ти фельдшер.

Айнә Иманғолова.

Хөрмәтулла Ҡотошов, Әбүләйес биләмәһе башлығы:

– Ауыл халҡы яңы ФАП менән бик ҡәнәғәт. Заманса йыһазландырылған өр-яңы бина, күп йылдар эшләүсе фельдшер Гөлнара Марат ҡыҙының тәжрибәһе, уңайлы мөмкинлектәр Әбүләйес ауылы халҡының һаулығын нығытыуға бик ҙур ярҙам булыр, тип ышанабыҙ.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: