Бөтә яңылыҡтар

Әүлиә шишмәһенә сәйәхәт

Беҙҙең Башҡортостан матур тәбиғәтле, урман далаларға, тауҙарға, йылғаларға, бик бай. Шулай ук иҫтәлекле, тарихи урындар ҙа күп. Шуларҙың береһе - Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылы эргәһендәге Әүешкүл тауында урынлашҡан изге Әүлиә шишмәһе. Был шишмә тураһында күптән ишетеп, барып күрергә тигән инек, бына быйыл ветерандар советы рәйесе Кәримова Нәзирә апайҙың инициативаһы менән ойошторолған сәйәхәттә булып, күреп, күңелдә йөрөгән хыялды тормошҡа ашырҙыҡ. Бик ҙур рәхмәт уға, автобус водителенә, төркөмдәштәргә.Иртәнге сәғәт 6-ла ҡуҙғалып сығып киткән инек, төнгө сәғәт 2-лә ҡайтып индек. Бөтәбеҙгә лә был сәйәхәт оҡшаны. Әүлиә шишмәһенең тарихы лә төрлө. Шуларҙың береһе тураһында ишеткән инем (БСТ каналының тапшырыуын ҡарағанһығыҙҙыр).

Әүлиә шишмәһенә сәйәхәт
Әүлиә шишмәһенә сәйәхәт

13 быуат баштарында Ғәрәп илдәренән дәрүиш килгән. Урындағы халыҡ уны үлтереп, башын ҡырҡа, ә иртәгеһенә иртәнсәк уның тауға менеп барғанын күрәләр ә ҡулына башын тотоп алған була... Ауылдың халҡы ҡурҡып ҡала, һәм уны хөрмәтләп, мосолмандарҙың бөтә йолаларын үтәп, тау башына ерләйҙәр. Күп тә үтмәй тауҙың битләүендә шишмә урғылып ағып сыға. Шул кеше хөрмәтенә был шишмәне Әүлиә шишмәһе тип атайҙар.
Барып еткәс сәй эсеп, тамаҡ ялғап алғас, шишмәгә киттек, юл ташлы, текә генә. Тауҙың урта синендә сылтырап ҡына шишмә ағып сыҡҡан, һыуы тоноҡ ҡына, үҙе һалҡын, тәме тәмле. Артабан тауҙың үренә, әүлиәнең зыяратын күрергә тау башына мендек. Нишләп ул тауҙың иң башына ерләнде икән тип һөйләшеп барҙыҡ. Ҡәрсәйем әйтә торған ине, мосолман кешеһе ҡайҙа үлһә шул ерҙә ҡуйып киткәндәр элек тип бәлки шулай булғандыр инде. Теләктәребеҙҙе теләп, ултырып ял итеп, тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарап торҙоҡ.
Беҙҙең район менән сағыштырғанда унда яҙ байтаҡҡа һуңыраҡ килә икән: муйылдар сәскә атып ултыра, кәзә һаҡалы(первоцвет весенний) лә яңы сәскә атҡан. Тау итәгендә генә Әүешкүл йәйрәп ята, уның уртаһында бәләкәй ике утрау бар. Матур! Шишмәне күрергә Башҡортостандың төрлө райондарынан, Силәбе өлкәһенән килгәндәр ҙә бар ине. Тауҙан төшкәндә һыу тултырып алдыҡ, туғандарға, әхирәттәргә лә өлөш сығарырбыҙ тип. Һыуҙың составында көмөш күп тип әйттеләр, тағы нимәләрҙер инде, ләкин һаулыҡ өсөн файҙалы, күп ауырыуҙарға дауа икән. Ә дауаны күп итеп эсергә ярамай икәнен беләбеҙ, был һыуҙы ла, үҙебеҙҙең һыуға ҡалаҡлап ҡушып эсергә кәрәк икән. Әүлиә шишмәһенең һыуын Мәккәнән алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуы менән сағыштыралар.
Юлдың алыҫлығы ла, ҡайһы бер ерҙә ныҡ насар булыуы ла беҙҙең кәйефте төшөрә алманы. Үҙебеҙҙең тарихи урындарҙы күреп ҡайтыу бөтәбеҙгә лә көс-ҡеүәт өҫтәгәңдәй булды.

Айһылыу Сабирова.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас