

Ведомство хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республика биләмәһендә дөйөм 52,7 гектар майҙанда 10 урман янғыны теркәлгән.
Маҡар, Учалы, Бөрйән һәм Әбйәлил урман хужалығында янғындар һүндерелгән. Бынан тыш, Хәйбулла районында 1549 гектар майҙанда ике көслө янғын ауыҙыҡланған. 9 августҡа 3-4 класлы янғын хәүефе фаразлана.
Әлеге ваҡытта Бөрйән, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында 23 урман янғыны ҡотороуын дауам итә.
Ауыл хужалығы министрлығы урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тоторға һәм ут сығанағын асыҡлаған хәлдә тиҙ арала 8 (800) 100-94-00 берҙәм телефон номерына шылтыратырға саҡыра. Янғын хәүефенең юғары булыуы һәм көслө ел арҡаһында урмандарҙа усаҡ яғыу, ҡоро үләндәрҙе, ҡалдыҡтарҙы яндырыу, шулай уҡ тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла.