

Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һаулыҡ һаҡлау темаһына бәйле мөрәжәғәттәр тураһында бәйән итте. Йыл башынан алып 79 528 шундай мөрәжәғәт теркәлгән.
Халыҡты иң борсоған мәсьәлә - вакцинация. Шулай уҡ табиптарҙың эш сифаты, "ҡыҙыу линия"ларҙың эшендәге өҙөклөктәр, дарыу менән тәьмин ителеш тә күптәрҙе борсой.
Елена Прочаковская Ишембай районындағы ике ФАП тураһында лә һөйләне - ведомство-ара килеп сыҡҡан бюрократик аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында уларҙы һаманғаса файҙаланыуға индерә алмайҙар. Радий Хәбиров яуаплы министрлыҡҡа был мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтергә ҡушты.
***
Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән бүлеште.
Башҡортостанда вакцинация буйынса лидер – Өфө ҡалаһы. Баш ҡала халҡының әлегә 70 проценты прививка яһатҡан. Урал аръяғының бер нисә районы, шулай уҡ Белорет һәм Стәрлетамаҡ - артта ҡалыусылар иҫәбендә.
Радий Хәбиров киләһе аҙнала муниципалитет башлыҡтары менән вакцинация барышы тураһында кәңәшмә үткәрәсәк. Мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлеге оператив штаб ултырышында ҡараласаҡ.
***
Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың сығышынан күренеүенсә, табиптарға ҡытлыҡ кисергән Хәйбулла, Иглин, Балаҡатай, Дәүләкән һәм Баймаҡ райондарынан айырмалы рәүештә, Дыуан, Краснокама, Салауат, Архангель һәм Бүздәк райондарында медицина учреждениеларында табиптар етерлек (тәьмин ителеүҙә максималь күрһәткестәр).
2021 йылдың ете айында эштән китеүсе табиптар күп (эшкә килеүсе табиптарға ҡарағанда 458 кешегә күберәк). Эштән китеүҙәренең төп сәбәптәре араһында: пенсияға сығыу, үҙ теләге менән эштән китеү, икенсе ҡала, район, төбәккә күсеү, ординатурала уҡыуҙы дауам итеү, һаулыҡҡа бәйле һ.б.
Бар өмөт - Башҡорт дәүләт медуниверситеты һәм медицина колледждарының сығарылыш курсы студенттарына. Ординатураны тамамлап, август-октябрҙә 400 белгес эшкә киләсәк. Беренсел звеноға иһә яҡынса 500 кеше.
Төбәк башлығы ауылдарға эшкә ҡайтыусы медиктарға ярҙам итеү йәһәтенән 2022 йылдан «Земство табибы» һәм «Земство фельдшеры» программалары буйынса түләүҙәрҙе 1,5 млн һумға тиклем еткереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
***
Башҡортостан "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса 2019-2021 йылдарҙа 28 юғары технологик ҡорамал алған. Модернизация сиктәрендә райондар 67 диагностика ҡорамалына байыған.