Новости
18 Августа 2021, 06:10

Был донъяның мөғжизәһе бөтмәҫ, ең һыҙғанып эшләй белгәнгә...

Сибай ҡалаһынан олатаһы тейеш кеше бал һатып алырға килә. Сәй эсеп ултырғанда: – Ләйсән ҡыҙым, һиңә кейәү итеп, өр-яңы шығырлап торған татар егетен ултыртып алып килдем! – тип хәбәр һала. Сәй яһап торған Ләйсән: – Ҡуй әле, шул татар егете генә кәрәк ине! – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был донъяның мөғжизәһе бөтмәҫ, ең һыҙғанып эшләй белгәнгә...Был донъяның мөғжизәһе бөтмәҫ, ең һыҙғанып эшләй белгәнгә...
Был донъяның мөғжизәһе бөтмәҫ, ең һыҙғанып эшләй белгәнгә...

Татыу, бер-береңдең хәленә инеп йәшәгәндә генә ғаилә бәхетле була, тормош та алға бара. Яңы Себенле ауылында йәшәгән Ләйсән һәм Хәйҙәр Йосоповтар тап шундайҙан. Улар бер-береһен аңлап, береһе күтәргәндә икенсеһе ярҙамлашып, иңгә-иң терәшеп, ҡолас ташлап йәшәй.
Хәйҙәр Хөсәйен улы Иҫәнғол район үҙәк дауаханаһының “Тиҙ ярҙам” бүлегендә эшләүенән тыш, 2016 йылдан башлап крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләй. Ә Ләйсән Сәфәрғәли ҡыҙы – хужабикә, өйҙә ултыра. (Шулай тип яҙҙым да, йылмайып ҡуйҙым – өйҙә ултырыу эләгәме икән?) Әйҙәгеҙ, Ләйсән менән Хәйҙәрҙе яҙмыш осраштырып, бөгөнгә илткән тормош юлдарына күҙ һалайыҡ.
Ләйсән Юлдаш ауыл мәҙәниәт йортонда мөдир булып эшләп йөрөй. Йәйге ялында өйҙә ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән булып йөрөгәнендә Сибай ҡалаһынан олатаһы тейеш кеше бал һатып алырға килә. Сәй эсеп ултырғанда:
– Ләйсән ҡыҙым, һиңә кейәү итеп, өр-яңы шығырлап торған татар егетен ултыртып алып килдем! – тип хәбәр һала.
Сәй яһап торған Ләйсән:
– Ҡуй әле, шул татар егете генә кәрәк ине! – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Тик күңелендә тоҡанған ҡыҙыҡһыныу үҙенекен итә, “разведка”ға йыйына. Йәнәһе, сәскәләргә һыу һибеп, клубтың тирә-яғын ҡарап ҡайта.
– Сыҡһам, – тип иҫләй әңгәмәсем, – клубта урынлашҡан медпунктта бәләкәй генә, һап-һары малай ултыра. Бер тында: “бинттарын теләһә-ҡайҙа ташламаһындар. Ямғыр яуһа, иҙәнгә картон түшә. Мин – Ләйсән апайың булам!” тинем дә, нисек килеп инһәм, шулай сығып ҡайтып киттем.
Бер нимә төшөнмәгән йәш фельдшер аптырап ултырып ҡала, шунан бер аҙ аңына килгәс:
– Ҡалай “боевой”, ундай шартлап торған кешене күргән юҡ ине, кем ул? – тип санитарканан һорай. Яуап алғас, мотлаҡ ошо ҡыҙ минең ҡатыным буласаҡ тип уйлап ҡуя.

(Мәҡәләнең дауамын гәзит битендә уҡығыҙ).

Автор:Гульшат Имельбаева