Новости
24 Февраль 2022, 03:45

Дәүләт Думаһы депутаттары пенсияны индексациялау тураһында төҙәтмәләрҙе хупланы

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексациялауҙы күҙ уңында тотҡан ҡануниәткә төҙәтмәләрҙе ҡабул итте.

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексациялауҙы күҙ уңында тотҡан ҡануниәткә төҙәтмәләрҙе ҡабул итте. Законға ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан страховка пенсияһы 8,6 процентҡа арта. Шулай итеп, индексациянан һуң ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 18 984 һум була.

«Шуныһы мөһим: норма кире көскә эйә, ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай. Бюджетта бының өсөн аҡса бар», — тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас