Новости
24 Март 2022, 06:41

Ейәнсураларҙан Донбасҡа гуманитар ярҙам оҙатылды

Бөгөн, 24 мартта, район үҙәгендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына йыйылған гуманитар ярҙам тейәлгән тәүге ылау Өфөгә оҙатылды. Был бик әһәмиәтле сара алдынан, Украиналағы махсус операцияларҙа ҡатнашыусы хәрбиҙәребеҙгә теләктәшлек белдереп, автопробег уҙғарылды.  

 Рәсәй, Башҡортостан, төрлө ғәскәрҙәр флагтары элгән еңел автомобилдәр колоннаһы С.Чекмарев паркынан  юл алды һәм Иҫәнғол урамдарын урап сыҡты.

Уларҙы Иҫәнғол үҙәгендәге майҙансыҡта йыйылған халыҡ төркөмө ҡаршы алды. Ошонан уҡ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына йыйылған гуманитар ярҙам тейәлгән тәүге ылау Өфөгә оҙатылды. 

 Йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сығыш яһаны. Ул сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтен еткерҙе.

РайПО-ның автомобиленә “Руссал” ЯСЙ-һы етәксеһе Руслан Байбулатов биргән ике тонна он, 12 литр көнбағыш майы, шулай уҡ учреждение-ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ярҙамдан йыйып тапшырған аҡсаға һатып алынған 100 кг бал, 740 кг-нан ашыу макарон изделиелары, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһы йыйған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, балалар кейемдәре һәм башҡа иң тәү сиратта кәрәк булған әйберҙәр тейәлгән.

Гуманитар ярҙам Өфөгә ҡуҙғалды. Дүшәмбе, 28 март, уны Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына оҙатасаҡтар.  

Иртәгә төҙөлөш материалдары тейәлгән йөк машинаһы ла Өфөгә, артабан дөйөм колонна менәнЛуганск һәм Донецк халыҡ республикаларына  юлланасаҡ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас