Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2022, 18:30

Мин барам ҡар һыуына...

Апрель башы һәр ваҡыттағыса ямғырлы йә аяҙ була, ә шулайҙа күктән алһыу нур һибелә, болоттар араһынан сыҡҡан ҡояшта көлөп ҡарай. Ергә көмөш тамсылар тама. Һағынып көткән яҙ килде. Яҙ − матур, шатлыҡтарға бай, күңелле ваҡыт. Зәңгәр күктә аҡ сылбырҙай булып теҙелешеп ҡоштар ҡайта. Тау итәктәрен ярып,шаулап гөрләп кем уҙарҙан ярышып йылғалар аға. Бөгөн беҙҙә "Әхирәт"клубы ағзалары ошо илаһи матурлыҡты үҙ күңелдәребеҙ аша үткәреп "Ҡар һыуына барыу" йолаһын үтәп ҡайттыҡ.

Апрель башы һәр ваҡыттағыса ямғырлы йә аяҙ була, ә шулайҙа күктән алһыу нур һибелә, болоттар араһынан сыҡҡан ҡояшта көлөп ҡарай. Ергә көмөш тамсылар тама. Һағынып көткән яҙ килде. Яҙ − матур, шатлыҡтарға бай, күңелле ваҡыт. Зәңгәр күктә аҡ сылбырҙай булып теҙелешеп ҡоштар ҡайта. Тау итәктәрен ярып,шаулап гөрләп кем уҙарҙан ярышып йылғалар аға. Бөгөн беҙҙә "Әхирәт"клубы ағзалары ошо илаһи матурлыҡты үҙ күңелдәребеҙ аша үткәреп "Ҡар һыуына барыу" йолаһын үтәп ҡайттыҡ. Шөкөр, беҙҙең ауылда халҡыбыҙҙың ошондай матур йолалары һаҡланып бара. Эйе, борон-борондан беҙҙең ырыу башҡорттары араһында тауға, ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Был йола яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. 


Ерҙәр асыла төшкәс, ололар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған. Тау итәгенән сылтырап ағып ятҡан гөрләүектең яртыһын боҙ ҡатыш ҡар ҡаплаған. Һыу алған ваҡытта Гөлйыһан апай Ҡәҙербаева ҡыҫҡаса доға уҡып, ризалыҡ алдыҡ. Шунан һуң ғына күнәктәребеҙгә сиратлап һыу тултырҙыҡ. Ҡыҙҙарҙың һәр береһе теләктәр әйтә генә башлағайнылар,ҡапыл бер болот килеп сыҡты ла ямғыр тамсыларын һибәләй башланы. Әйтерһең беҙҙең күмәк теләктәрҙе зәңгәр күк хужаһы ла ишеткән."Бисмилла"быҙҙы әйтеп күнәктәрҙе ҡар һыуы менән тултырғас, йылғаға рәхмәттәр әйтеп, күңелле "Яҙ" йырҙарын йырлап ҡайтыу яғына атланыҡ. Алып ҡайтҡан һыуҙы самауырҙарға ҡойоп ҡайнатырға ҡуйҙыҡ. Ололар әйтеүенсә ҡар һыуҙары күп нимәгә файҙалы икән шул. Самауыр ҡайнап өҫтәл түренә ултырғас, сәйен тәмләп ҡарағайныҡ шул тиклем йомшаҡ,тамаҡҡа яғылып ҡына тора. Уңған"Әхирәттәр" һәр береһе сәй янына әллә күпме милли ризыҡтар әҙерләп алып килгәндәр ине. Ошо йоланы үтәгәс барыһы ла илдәрҙең тыныс булыуын, ашлыҡ, үләндәрҙең үҫеп, мул уңыш биреүен теләп хушлаштылар.

Зифа Ишмырҙина. 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: