Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2022, 14:52

ОСАГО һәм КАСКО полистарының хаҡы нисек үҙгәрәсәк?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан ОСАГО һәм КАСКО полистарының хаҡы нисек үҙгәрәсәк - Рәсәй автостраховкалаусылар союзының башҡарма директоры Евгений Уфимцев аңлата

.

ОСАГО полисының хаҡы ниндәй булыр?
Полистың хаҡы страховка түләү суммаһына бәйле. Ә уларҙың дәүмәле, үҙ сиратында, - запчастарға хаҡтан. Рәсәй автостраховкалаусылар союзы запас частар Белешмәһенә нигеҙләнеп эш итә. Әле 2021 йылдың декабренә - 2022 йылдың ғинуарына нигеҙләнгән Белешмә ғәмәлдә.
Унда февраль айында үтәсәк запчастарға хаҡтар үҙгәреүе сағылдырылмаған. Тимәк, страховка түләүҙәре суммаһы ла, ОСАГО ла Белешмәнең киләһе яңыртыуына тиклем ҡиммәтләнмәйәсәк.

КАСКО полисына хаҡ нисек үҙгәрә?
КАСКО-ның хаҡы автомобиль хаҡына һәм запас частарға бәйле. Ул үҫкәнгә күрә, КАСКО ла ҡиммәтләнә.

Страховкаларҙың хаҡын кем контролдә тота?
ОСАГО-ның хаҡы туранан-тура контролдә тотолмай, әммә уны тотҡарлаған механизмдар бар. Мәҫәлән, Үҙәк банк тариф коридоры сиктәрен һәм полистың дөйөм хаҡына бәйле коэффициенттарҙы билдәләй.

Һәр водитель өсөн хаҡты үҙгәртеү механизмы ла бар - ул «бонус-малус» коэффициентын ҡулланыу. Ул теге йәки был водительдең юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән һандан сығып иҫәпләнә. «Аварияһыҙ» водителдәр база хаҡынан ташлама ала, ә «авариялыларға», киреһенсә, күберәк түләргә тура килә.

КАСКО-ның хаҡ яһалышын һәр страховка компанияһы айырым билдәләй, ябай тел менән әйткәндә, бында хаҡты баҙар үҙе көйләй.


#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: