Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2022, 03:48

Пенсионер ҡатын күршеләренең тормошон тамуҡҡа әйләндергән

Өфөнөң Зорге урамындағы 46-сы йортта йәшәүселәр 10 йылдан ашыу оло йәштәге күршеһенән яфа сигә. Уның фатиры түшәмгә тиклем сүп-сар менән тулған, ләкин хужабикә уға бөтөнләй иғтибар итмәй.

Өфөнөң Зорге урамындағы 46-сы йортта йәшәүселәр 10 йылдан ашыу оло йәштәге күршеһенән яфа сигә. Уның фатиры түшәмгә тиклем сүп-сар менән тулған, ләкин хужабикә уға бөтөнләй иғтибар итмәй.

Күршеләре әйтеүенсә, барыһы ла 10 йыл элек башланған. Күпмелер ваҡыт ул баҫҡыс майҙансығында йоҡлап йөрөгән, сөнки фатирына инеү мөмкин булмаған.

Ҡатын менән һөйләшеп ҡарағандар, файҙаһы булмағас, прокуратураға, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, Роспотребнадзорға, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына, Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндәр.

Ә Черниковкала Еңеү паркы ҡаршыһында тауыштан һаҡлаған алты метрлыҡ экран ҡуйҙыртыуға өлгәшкән Елена Сафонова уның туғаны булып сыға.

Бына хәҙер, 10 йыл үткәс кенә, хәл үҙгәрә башлаған. Ҡатынды алып киткәндәр, ә фатирҙы таҙартырға мөмкин икән.
 
 
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: