Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2022, 09:09

Рәсәй Президентына "Aibat hallyar"ҙән ҡыҫтыбай

Рәсәй Президенты Өфөнөң Aibat hallyar компанияһынан ҡыҫтыбый килтереүҙәрен һораны.


«Рәсәй - мөмкинлектәр иле» онлайн-форумы барышында Владимир Путин Өфө эшҡыуары Марат Нәсхетдиновтың проектын хупланы.

«Беҙҙә өләсәйҙәребеҙҙең рецебы буйынса бешерелгән ҡыҫтыбыйҙар ҙа, заманса ризыҡтар ҙа бар. Урындағы продукцияны ҡулланабыҙ. Популяр дөйөм туҡланыу селтәрҙәре илебеҙҙән китһә лә, беҙҙә береһе лә ас ҡалмаҫ», - тине Марат.

Киләсәктә хәләл менән шөғөлләнергә уйыбыҙ бар, ти эшҡыуар.

«Илдә йәмәғәт туҡланыуына мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ. 1 ғинуарҙан ул НДС-тан азат ителде. Башҡа идеялар ҙа бар. Милли аш-һыу - мәҙәниәттең бер өлөшө, беҙҙә иһә мәҙәниәттәр төрлө. Был бик ҡыҙыҡлы ла, тәмле лә», - тип билдәләне президент.

Әңгәмә аҙағында Путин, миңә Aibat hallyar компанияһынан ҡыҫтыбый килтереү мөмкинлеге бармы, тип ҡыҙыҡһынды. «Әлегә беҙ Өфөлә генә эшләйбеҙ, ләкин һеҙҙең өсөн берәй нәмә уйларбыҙ», - тип яуап бирҙе эшҡыуар.

СЫҒАНАҠ: https://vk.com/bashkortostanim

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: