Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2022, 22:52

Ейәнсура ЮХХДИ-һы иҫкәртә!

мототранспорт – уйынсыҡ түгел! Йылы миҙгел башланыуға мотоцикл, мопед йә скутерға үҫмерҙәр ҙә ултыра. Үкенескә күрә, фажиғәләр булып тора... Ейәнсура дәүләт автоинспекцияһы мототранспорт водителдәрен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү зарурлығы хаҡында иҫкәртә.   Фотола: бөгөнгө рейдтан күренеш.

“Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: мототранспортты 16 йәше тулған һәм автомәктәптә уҡығандан һуң идара итеү хоҡуғын алғандар ғына йөрөтөргә мөмкин. Ә беҙҙә юл буйлап мототранспорт рулендә китеп барған 12 – 15 йәшлек үҫмерҙәр һирәк түгел. Улар, бер ниндәй хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алмайынса, мопед һәм скутерҙарҙы ҙур тиҙлектә йөрөтә. Һөҙөмтәлә фажиғә булыуы ла ихтимал. Улар административ яуаплылыҡҡа тарттырылмай, ләкин бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар уларҙы профилактик иҫәпкә ҡуйырға һәм ата-әсәләрен административ яуаплылыҡҡа тарттырырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы булмаған кешегә 30 мең һум штраф ҡаралған”.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: