Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2022, 11:50

Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыу тыйылды

Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыуҙы тыйҙы.

Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыуҙы тыйҙы. Кисә урындағы халыҡ һәм ғалимдар менән аралаштым, тине Башҡортостан Башлығы.

«Беҙ башҡаса Торатау биләмәһендә һабантуй үткәрмәйбеҙ. 60 мең кеше килә, бөтә нәмәне тапап бөтәләр. Ысынында иһә был — беҙҙең хазина. Был тағы сапсандарҙың оя ҡора торған урыны, уларҙ ур  стресс кисерә. Торатауҙы саралар үткәреү урыны булараҡ һыҙып ташлайбыҙ», — тине республика етәксеһе һәмә туристар өсөн бөтә шарттар булдырырға ҡушты.

Радий Хәбиров мәҙәниәт министрына Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте менән берлектә күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар ойоштороу өсөн яңы урын табыу бурысын йөкмәтте.

Сығанаҡ: bashinform.ru 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: