+28 °С
Болотло
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" профессиональ оҫталыҡ конкурсының зона этабы старт алды. Унда Әбйәлил, Белорет, Учалы, шулай уҡ беҙҙең Ейәнсура районынан һәм Межгорье, Сибай ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнаша.
Районыбыҙҙы күрһәткән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләйбеҙ, Ейәнсураның данын лайыҡлы яҡларҙар тигән өмөттәбеҙ!